

Хәйбуллалар Аҡъяр—Һамар—Бүребай—Татыр-Үҙәк—Аҡъяр маршруты буйлап уҙған автоуҙышҡа ҡушылды. Сара Бөтә Рәсәй «Музейҙар төнө» акцияһы сиктәрендә уҙҙы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскәләр һалды, район музейы, Һамар ауылының мәктәп музейы, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының музейы, Татыр-Үҙәк ауылының Совет осоро һәм "Аҡъяр" совхозы тарихы музейҙарының бай экспозициялары менән танышты. Сәфәр район музейында уҙған "түңәрәк өҫтәл" менән тамамланды.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ