Бөгөн - Халыҡ-ара бейеү көнө
Бейеү халыҡ тарафынан бик яратып ҡабул ителгән сәнғәт төрө. Районда бейеү сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған, ансамблдәр һәм уларҙың етәкселәренең ҡаҙаныштары ҡыуандыра. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының “Таусылар” ансамбле лә яңыраҡ барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, республика кимәлендәге мәртәбәле бейеү бәйгеһендә уңышлы сығыш яһарға өлгөрҙө.
Был сағыу һәм тамашалы “Байыҡ” республика телевизион конкурсы республиканың иң яҡшы бейеү коллективтарын йыйҙы, улар араһында Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының «Таусылар» ансамбле уңышлы сығыш яһаны. Ансамбль күптән түгел генә ойошторолһа ла, уның ҡатнашыусылары, комбинат хеҙмәткәрҙәре, конкурста ҡатнашыуын дауам итеү хоҡуғына өлгәшеү өсөн бөтә ижади һәләттәрен һәм ныҡышмалылығын күрһәтте.
Ансамбль бейеүселәре сығыш алдынан тулҡынланыу кисергәндәрен, әммә үҙҙәрен ҡулға алып, жюри ағзаларына оҫталыҡтарын күрһәтә алыуҙарын таный. "Беҙ конкурста ҡатнашыуҙы дауам итергә лайыҡлы булыуыбыҙҙы иҫбатлай алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ", - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты бейеүселәр.
Коллектив етәкселәре Марсель Собханғолов Һәм Айгөл Вәлиева билдәләүенсә, беренсе турҙағы уңыш коллективты ҡанатландырған һәм әле улар дәртләнеп бәйгенең икенсе турына әҙерләнәләр.
-Бәләкәйҙән бейергә яратам. Әсәйем әйтеүенсә, 1 йәш тулған көнөмдә матур күлдәк кейҙергәс, бейеп киткәнмен. Шул көндән алып хәҙергәсә бейейем. Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә хореография бүлегендә уҡыным. Мине сихри, һоҡланғыс бейеү иленә илткән өсөн уҡытытыусым Хөснулла Ишбулат улына рәхмәтлемен. 5-6-сы кластарҙа Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында белем алдым. Унан ҡайтҡас, Аҡъярҙа дауам иттем. Әлеге көндә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында хәрби иҫәп буйынса инспектор булып эшләйем. Шулай уҡ район мәҙәниәт йортонда “Сиҙәм” бейеүселәр ансамбле менән шөғөлләнәм. Марсель Собханғолов менән предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында “Таусылар” ансамблен төҙөп, уңышлы сығыш яһайбыҙ. “Байыҡ” республика бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе турға үттек. Әле шуға әҙерләнәбеҙ. Коллектив менән шахтерҙар тураһында бейеү өйрәнәбеҙ.
Барлыҡ бейеүселәрҙе Халыҡ-ара бейеү көнө менән ҡотлайым! Һаулыҡ, тик уңыштар теләйем, - тигән теләктәрен еткерҙе ансамбль етәксеһе Айгөл Вәлиева.
-Коллективта һәләтле ҡыҙҙар-егеттәр тупланған. Әле ансамблдә алты пар бейей. Киләсәктә яңы бейеүҙәр менән сығыш яһарбыҙ, башҡа конкурстарҙа ла ҡатнашып, яңы үрҙәр яуларбыҙ, тип ышанам. Әлбиттә, предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаевтың ансамблгә һәр яҡлап ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Марсель Миңләхмәт улы.
Бөтә бейеүселәрҙе Халыҡ-ара бейеү көнө менән ҡотлайбыҙ, ә «Таусылар» ансамбленә конкурстың киләһе этабында уңыштар теләйбеҙ!