МӘҘӘНИӘТ
25 Апрель 2025, 18:00

Берҙәм рух менән беҙ көслө!

Үҙәк район китапханаһында «Китапханалар төнө» бөтә Рәсәй акцияһы 2012 йылдан даими үткәрелә. Унда йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны ла, мауыҡтырғыс яңы тамашалар, осрашыуҙар һаны ла арта бара. Быйылғы акция «Берҙәм рух менән беҙ көслө!» исеме аҫтында уҙҙы.

Берҙәм рух менән беҙ көслө!Берҙәм рух менән беҙ көслө!
Берҙәм рух менән беҙ көслө!

Сарала ҡатнашыусылар өсөн фойела әҙәби-тарихи викторина, китап һәм мәғлүмәт күргәҙмәләре ойошторолдо. Ә китапханала Бөйөк Ватан һуғышына арналған халыҡ-ара тарихи диктант – «Еңеү диктанты» уҙғарылды.

Район музейы директоры Рәзилә Байғусҡарова фойела Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин менән Рәсәй Геройы Никита Петровҡа арналған күргәҙмә буйынса экскурсия үткәрҙе. Хәйбулла районының «Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды ирекмәндәре тарафынан уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәрендә яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән махсус беләҙек,  ҡоро әрме душы, үлән сәйе, Георгий таҫмаһынан «Еңеү символы» билдәһен әҙерләү ысулдары менән таныштырҙылар. Бынан тыш, теләгән һәр кем хәрбиҙәргә изге теләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәре менән хаттар яҙа алды. Хәйриә фондының етәксеһе Светлана Луценко ирекмәндәр ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе.   

 Бай программалы кисә барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ – Татыр-Үҙәк ауылынан «Шах» позывнойлы яугир менән менән осрашыу үтте. Ул махсус хәрби операцияның әһәмиәте, хәрби иптәштәренең батырлығы хаҡында һөйләп, Тыуған илгә һөйөүҙең ир-егеттәрҙе илде һаҡларға этәреүен, ә бөтә ауырлыҡтарҙы хәл итергә яҡындарының ҙур ярҙамы һәм еңеүгә ышанысы ярҙам итеүен белдерҙе. Ә Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң педагогы Ринат Таулыҡаев махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугир, Генерал Шайморатов ордены, Жуков, Суворов миҙалдары кавалеры гвардия майоры Азамат Дауытов тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Артабан «Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шиғыр»   уҡыусыларҙың асыҡ патриотик онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды, унда йәмғеһе 150-нән ашыу конкурсант ҡатнашҡан.

 Акция илһөйәрлек рухы менән һуғарылған моңло ла һағышлы ла йырҙар менән оҙатылды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» әҫәре буйынса китапханасылар тарафынан әҙерләгән театрлаштырылған тамаша ла һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Сағыу һәм мауыҡтырғыс сара лотереяның иң төп призын – Яндекс аҡыллы колонкаһын уйнатыу менән тамамланды. Был юлы уңыш 3-сө Аҡъяр мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Райан Ҡашҡаровҡа йылмайҙы. Эйе, тиҫтә йылдан ашыу үҙенсәлекле тарихы булған был сара бөтә Рәсәй китапханаларын үҙ эсенә алып, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бар халыҡты үҙенә йәлеп итә, ымһындыра һәм ҡыҙыҡһындыра. Күләмле сара район үҙәгендә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн өр-яңы, мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле мөмкинлектәр бүләк итте. Барса халыҡ үҙ-ара ихлас аралашып, фекер алышып, китаптар менән танышып, оҫталыҡ дәрестәрендә, төрлө уйын сараларында ҡатнашты.  Һис шикһеҙ, ошондай «Библиотөндәр» үткәрелеп торһон, сөнки уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Берҙәм рух менән беҙ көслө!
Берҙәм рух менән беҙ көслө!
Берҙәм рух менән беҙ көслө!
Берҙәм рух менән беҙ көслө!
Берҙәм рух менән беҙ көслө!
Автор:
Читайте нас