

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!..” тип аталған театрлаштырылған тамаша менән сығыш яһаны Хәйбулла тамашасыһы алдында. Рухлы сәйәхәттең тағы бер тантаналы сәбәбе бар ине - яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилейына арналды ул. Ошо ике мөһим байрам айҡанлы Хәйбулла районы тамашасыһына сағыу программа әҙерләнеп, бер нисә көн дауамында танылған артистар Аҡъяр, Бүребай, Петропавловский тамашасыларын яуланы. Аҡъяр ауылында уҙған сара барышында Хөрмәтулла Ғаззали улын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова тәбрикләп, яҡташтарының ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тантаналы рәүештә сара барышында шулай уҡ Хөрмәтулла Ғаззали улы Ырыҫбикә Аллағоловаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.