МӘҘӘНИӘТ
17 Апрель 2025, 15:15

"Беҙ уйнаған театр"

17 апрель МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Беҙ уйнаған театр” театрлаштырылған тамашаһының муниципаль бәйгеһе уҙғарылды.

"Беҙ уйнаған театр""Беҙ уйнаған театр"
"Беҙ уйнаған театр"

Муниципаль ҡаҙна учреждениеһы мәғариф идаралығы планына ярашлы Ватандың героик тарихын һәм хәрби данын художество саралары менән пропагандалау, уны һаҡлаусыларҙың хәтеренә хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында бик матур сара үтте. Райондың төрлө балалар баҡсаһынан 9 балалар коллективы ҡатнашты. Бәйгелә урта (4-5 йәш) һәм өлкән (5-7 йәш) мәктәпкәсә йәштәге балалар коллективы ҡатнашты. Таетрлаштырылған постановкалар музыкаль әҫәрҙәр һәм йырҙар, бейеүҙәр, сәхнәләштереү һәм хәрәкәттәрҙе үҙ эсенә алырға мөмкин.

Абруйлы жюри ағзалары бәйгеселәрҙе репертуарҙың бирелгән темаға тап килеүе, йөкмәткенең актуаллеге, идеяның оригиналлеге, сығыштың художестволы бөтөнлөгө, оҫталыҡты башҡарыу кимәле, сәхнә мәҙәниәте, материалдың эмоцианаль еткерелеүе, һүҙбәйләнештәрҙең төрлөлөгө,  идеяны асыуҙа костюмдың, декорацияларҙың, реквизиттың тәбиғилеге критерийҙары буйынса баһаланылар.

Жюри ағзалары бәйгенең йомғаҡтары буйынса Татыр-Үҙәк ауылынан “Буратино” һәм Маҡан ауылынан “Миләшкәй” балалар баҡсаһын еңеүсе тип билдәләнеләр. Урта мәктәпкәсә йәштәге категория (4-5 йәш) араһынан Бурибай ауылынан “Солнышко” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре номинант, ә өлкән мәктәпкәсә йәштәге категорияла (5-7 йәш) Аҡъяр ауылынан “Бәпембә” һәм “Шатлыҡ”, Бурибай ауылынан “Солнышко” балалар баҡсалары призер булдылар. Бәйгелә ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнделәр.

Балаларҙы театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр сығыш яһауҙары һәм ошондай ҡыҙыҡлы конкурста ҡатнашыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.

Автор:Аниса Рахмангулова
Читайте нас