Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре – тарих һәм быуаттар һуҙымында халыҡыбыҙҙың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына бәйләнеп, тормош ихтыяждарынан сығып ижад ителгән күңел емеше ул. Милли биҙәүестәрҙе - халыҡтың рух ҡотон һаҡлай,- тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
Түшелдеректә сағыла
Ғәзиз халҡымдың рухы,
Хыялы, ғөрөф-ғәҙәте,
Йолалары, тарихы. (Ф.Абдуллина)
Күҙҙең яуын алыр биҙәүестәрҙе эшләү оҫталыҡ, ныҡышмалыҡ, түҙемлек талап итә, әлбиттә.
Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының “Нәркәс” өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре милли биҙәүестәребеҙҙе өйрәнеү, улар тураһында күберәк белеү маҡсатында әсәйҙәре менән ижади оҫтаханаға йыйылдылар. Оҫтаханала өҫтәмә белем биреү педагогы Йәмилә Фәтих ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе - түшелдерек (яға, селтәр, муйынса, һаҡал) эшләү серҙәрен өйрәтте, уның тәғәйенләнеше, мәғәнәһе тураһында төшөнсәләр бирҙе.
Бергәләп эшләгән түшелдерек балаларҙа ла, әсәйҙәрҙә лә ҡыуаныс уятты. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыу, милли мәҙәниәтебеҙ менән яҡынданыраҡ танышыу һәм туған телдә аралашыу мөмкинлеген дә бирҙе.