МӘҘӘНИӘТ
15 Апрель 2025, 08:32

«Йәйғор»ҙа - «Ҡарға бутҡаһы» байрамы

  

«Йәйғор»ҙа -  «Ҡарға бутҡаһы» байрамы«Йәйғор»ҙа -  «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
«Йәйғор»ҙа - «Ҡарға бутҡаһы» байрамы

Милли кейем көнөн ҡаршылап һәм яҙ килеүенә, ҡоштарҙың ҡайтыуына арнап Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһының “Умырзая” мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үтте. Был байрам балаларҙы башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, милли кейемебеҙгә, ололарға ихтирам, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Өҫтәмә белем биреү педагогы Йәмилә Фәтих ҡыҙы һәм тәрбиәсе Ләлә Алғужа ҡыҙы балаларҙы "Ҡарғалар ҡайтыу хөрмәтенә байрам үткәрәйек, бутҡа бешерәйек, уларҙы бутҡа менән һыйлайыҡ", – тип дәртләндереп ебәрҙеләр. Ҡаҙанда бутҡа бешкән арала балалар күмәкләшеп йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, халҡыбыҙҙың «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Ҡап та ҡоп» уйындарын уйнап күңел астылар.
“Көндәрҙе юлда үткәреп,
Ҡыуанышып һеҙгә остоҡ
Ҡанаттарға күтәреп
Һеҙгә яҙ алып ҡайттыҡ.
Ҡар-ҡарр! Бында бутҡа бар, бар!" – тип ҡарға булып кейенгән педагог- психолог Лилиә Фәрит ҡыҙы балаларҙы байрам менән сәләмләп күңелдәрен күтәрҙе. Ҡаҙанда бешкән бутҡаны тәмләү бик оҡшаны кескәйҙәргә. Халҡыбыҙҙың матур байрамдарының береһе булған –“Ҡарға бутҡаһы” өлкәндәрҙең һәм балаларҙың изге теләктәре менән тамамланды:
Ямғырым, яу, яу,
Иген үҫһен тау-тау.
Беҙ булайыҡ һау-һау.
Ямғырым, яу-яу!!!
Илебеҙ тыныс буһын! Донъялар гөрләп торһон!
Байрам тәьҫораттары балалар күңелендә халҡыбыҙ йолаларына ихтирам уятҡандыр тигән өмөттәбеҙ.

«Йәйғор»ҙа -  «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
«Йәйғор»ҙа -  «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
«Йәйғор»ҙа -  «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
«Йәйғор»ҙа -  «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
«Йәйғор»ҙа - «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Автор:Йәмилә Хәйбуллина
Читайте нас