Район мәҙәниәт йортонда күренекле арҙаҡлы яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованың күркәм юбилейына арналған ижад кисәһе уҙҙы. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс һалған, республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә үҙенең ижады менән киң танылған абруйлы яҙыусы. Кисәлә ҡатнашыусылар Фәрзәнә Фәтих ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлап, талантлы яҙыусының халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр китабының уҡымлы, әҫәрҙәренең әҙәбиәтебеҙҙең йәме һәм ҡото булыуын, билдәләп үтте. Артабан да яҡташыбыҙҙың ижад ҡомары һүнмәүен, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыуын теләп ҡалабыҙ.