МӘҘӘНИӘТ
8 Апрель 2025, 15:58

Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте

Ә  «Һомай» йыры Shazam донъя чартында 4-се урынға күтәрелгән. Был трек Рәсәйҙә, Нидерландта, Финляндияла, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда алдынғы позицияны биләй

Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим иттеAy Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте
Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте

Ay Yola башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы. «Батыр» тигән трек төркөмдөң рәсми телеграм-каналына һалынған.

Роликтың рус, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм инглиз телдәрендә субтитрҙары бар.  

Ay Yola хәбәр итеүенсә, «Һомай» йыры Shazam донъя чартында 4-се урынға күтәрелгән. Был трек Рәсәйҙә, Нидерландта, Финляндияла, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда алдынғы позицияны биләй. Сингапурҙа, Чехияла, Данияла һәм Үзбәкстанда – икенсе, ә Хорватияла һәм Азербайжанда дүртенсе урында тора. Норвегияла һәм Төркиәлә ул – иң яҡшы унау, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Швецияла, Австрияла һәм Бөйөк Британияла иһә Топ 30 иҫәбендә. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас