Бөтә яңылыҡтар
10
МӘҘӘНИӘТ
29 Март , 04:57

Рәсәй радиоһында тәүге тапҡыр башҡортса йыр тыңлайҙар

Хит Урта Азия илдәрендә беренсе урындарҙы биләй

Рәсәй радиоһында тәүге тапҡыр башҡортса йыр тыңлайҙар
Рәсәй радиоһында тәүге тапҡыр башҡортса йыр тыңлайҙар

Өфөнөң «AY YOLA» триоһының «Һомай» трегы илдең иң ҙур коммерция радиостанцияларының береһе — «Европа Плюс» эфирына эләкте.

Был ваҡиғаны Рәсәй музыкаһы донъяһындағы алға китеш тип атарға мөмкин: башҡорт телендәге йыр беренсе тапҡыр Калининградтан Владивостокка тиклем бөтә Рәсәйҙе солғап алған федераль радиостанция ротацияһына инә.

Композиция Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә тыңлаусыларҙың һөйөүен яулай. Трек музыкаль чарттарҙа юғары позициялар биләй:

Apple Music Top 100
1 урын Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан
2 урын Ҡаҙағстан, Төркмәнстан
5 урын Рәсәй

VK Музыкаһы:
19 урын дөйөм чарт
2 урын Ҡаҙағстан
3 урын Үзбәкстан

Shazam:
1 урын Ҡаҙағстан
3 урын Рәсәй, Беларусь
18 урын донъя топы

Коллектив составына билдәле башҡорт музыканттары инә: Ринат Рамаҙанов — төркөм солисы, Адель Шәйхетдинова — солист һәм Руслан Шәйхетдинов (DJ Руслан Север) — проекттың музыкаль продюсеры.

Был уңыш — артистарҙың талантын таныу ғына түгел, федераль кимәлдә башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуҙа мөһим аҙым.  Музыканттарға яңы ижади үрҙәр һәм бөтә чарттарҙа ла беренсе урын яулауҙарын теләйбеҙ!

 

Фото:Скриншот видео

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: