Йыл һайын 25 мартта Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө — байрам һәм ял көндәрен саралар менән биҙәгән, шулай уҡ балаларға һәм өлкәндәргә бейеү, вокал, театр сәнғәте һәм башҡалар аша үҙҙәренең ижади һәләттәрен асырға булышлыҡ иткән кешеләрҙең байрамы билдәләнә. Ошо һөнәргә тоғро ҡалып, мәҙәниәт өлкәһенә 30 йыл ғүмерен бағышлаған Таштуғай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Маһинур Үтәшева тураһында булыр һүҙем.
Маһинур Мырҙабулат ҡыҙы 1971 йылда Таштуғай ауылында етенсе бала булып донъяға килгән. 8-се класҡа тиклем тыуған ауылы мәктәбендә белем алып, 10-сы класты Подольск урта мәктәбендә тамамлай. Артабан Сибай ҡалаһы һөнәри училищеһында тегенсе һөнәре буйынса уҡып сығып, Сибайҙа теген фабрикаһында хеҙмәт юлын башлай.
—Таштуғай ауылының мәҙәниәт йортонда эшләгәнгә быйыл 30 йыл. Башта билет һатыусы, йыйыштырыусы, һуңынан мәҙәни ойоштороусыһы булдым. Район мәҙәниәт бүлеге директоры клуб мөдире вазифаһын башҡарырға тәҡдим яһағас, риза булдым. Ауыл халҡы менән район күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа — «Һаҡмар моңдары», «Алтын тирмә», «Йырсы ауыл», «Мин яратам һине тормош», «Фолк-драйв», «Айыҡ ауыл» бәйгеләре, Түңгәүер ырыуы йыйыны һәм башҡаларҙа ҡатнашабыҙ, милли йолаларҙы күрһәтәбеҙ, шулай уҡ ауылда төрлө байрам саралары үткәрәбеҙ. Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре күргәҙмәләре, дини байрамдар, йәрминкәләр ҙә ойошторабыҙ, — ти Маһинур Мырҙабулат ҡыҙы.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзиттең 12-се һанында уҡығыҙ