Бөтә яңылыҡтар
10
МӘҘӘНИӘТ
13 Март , 14:34

“Бейеү - ул минең тормошом”, - ти

Яҡташыбыҙ, билдәле бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рим Асҡаров

“Бейеү - ул минең тормошом”, - ти
“Бейеү - ул минең тормошом”, - ти

Тормошта  үҙ юлын табып, һөнәре буйынса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, районбыҙҙы республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә танытҡан күренекле яҡташтарыбыҙ бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Байғусҡар ауылы егете, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле бейеүсе, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе бейеү театрының баш балетмейстр ярҙамсыһы Рим Асҡаров менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

  • Рим Хисаметдин улы,  үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ.
  • 1981 йылда Байғусҡар ауылында донъяға килгәнмен. Ауыл мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Йылайыр совхоз техникумында бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙем. Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия акдемияһының филология, Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография факультеттарын тамамланым. Кемер дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтында рус фольклоры буйынса уҡыным. Шулай итеп, хеҙмәт юлымда  өс юғары белем алырға тура килде. Әле Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең бейеү театрында 25 йыл эшләйем. Хеҙмәт юлымды башлағанда бейеүсе булдым, 2013 йылдан баш балетмейстр ярҙамсыһымын.
  • Нисек бейеүсе булып киттегеҙ. Был һөнәрҙе һайларға кем булышлыҡ итте?
  • Бала саҡта Әнүәр ағай Аслаев Байғусҡарҙа фольклор ансамблен булдырып, апайҙар-ағайҙар, инәйҙәрҙе бейетә ине. Ул саҡта миңә биш йәш ине. Яҡшы хәтерләмәйем, әммә балалар баҡсаһына йөрөйгән мәлдә нисектер был ансамблгә барып эләктем. Класташым Земфира Торомтаева менән икәүләп бейенек. Мәктәпкә уҡырға барғас пионервожатый Данир Торомтаев, 8-9-сы кластарҙа клуб хеҙмәткәре Хәлил Вәлиев бейергә өйрәтте. Техникумда уҡығанда “Йәйғор” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Байегетов мине өс йыл буйына бейеү серҙәренә төшөндөрҙө һәм студент сәхнәһенә аяҡ баҫтырҙы. Бында башҡорт, татар, урыҫ бейеүҙәрен үҙләштерҙем, коллективта нисек бейергә, сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға өйрәндем. Бейеү буйынса остазым хореография оҫталығы дәрестәрен бирҙе. Студент йылдарында Баймаҡ ҡалаһының 60 йыллыҡ юбилей сараһында ҡала мәҙәниәт йортонда Стәрлетамаҡ ҡалаһының бейеү театры бейеүселәре менән бер сәхнәлә сығыш яһарға тура килде. Шул саҡта бейеү театрына нигеҙ һалыусы, уның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Әлбиттә, мин ризалаштым һәм бейеү сәнғәте өлкәһендә хеҙмәт юлымды башланым. Бер йыл тирәһе эшләгәс, Һамар ҡалаһында Волга буйы округының йыр һәм бейеү хәрби ансамблендә хеҙмәт иттем. Унда ике йыл буйына үҙ оҫталығымды күрһәттем, тәжрибә тупланым. Башҡа ҡалаларға эшкә саҡырыуҙарына ҡарамаҫтан,  Стәрлетамаҡҡа эшкә ҡайттым.
  • Бейеү һеҙҙең өсөн нимә ул? Бейеү минең тормошом, тип әйтә алаһыңмы?

- Сирек быуат башҡорт бейеү сәнғәтенә хеҙмәт иткәс, бейеү минең тормошом, тип һис шикһеҙ әйтә алам. Бейеү бит ул - үҙенә күрә айырым донъя, үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм хис-тойғоларыңды һүҙһеҙ генә тапшырыу. Бейеүсе - хәрәкәтте генә түгел, күҙ ҡарашы менән генә лә бар тарихты аңлатып биреүсе. Халыҡ бейеүҙәре тәрән мәғәнә аша тамашасыны уйландырырға мәжбүр итә. Бейеү хәрәкәттәре аша халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, милли үҙенсәлеген башҡа халыҡтарға еткереүсе быуын бөтмәйәсәк, халыҡ бейеүҙәре мәңге йәшәйәсәк, тип уйлайым.

  • Нисек уйлайһығыҙ бөтә кеше бейеүсе була аламы? Йәки шулайҙа талант кәрәкме?
  • Теләге булған һәр кем бейей  ала, тип уйлайым. Кемдер ҡунаҡта өҙҙөрөп баҫһа, икенселәр ауыл сәхнәләрен дер һелкетә. Бәғзе берәүҙәр үҙе генә булғанда өйҙә, көҙгө алдында бейеүе мөмкин. Шулай ҙа ҙур сәхнәгә сығыу өсөн дипломдан да, бигерәк талант кәрәк. Һәләтһеҙ ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшеү мөмкин түгелдер.
  • Күңелеңә ниндәй бейеүҙәр яҡын?
  • Күңелемә бөтә милләт бейеүҙәре яҡын. Һәр милләттең үҙенә хас үҙенсәлектәре, тарихы бар. Был бейеү хәрәкәттәрендә сағыла. Теге йәки был халыҡтың холоҡ-фиғелен, көнкүрешен, тарихын, традицияларын һынландырған бейеүҙе тамашасы күңеленә еткерә алһам, был минең өсөн ҙур уңыш.

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 10-сы һанында.

“Бейеү - ул минең тормошом”, - ти
“Бейеү - ул минең тормошом”, - ти
“Бейеү - ул минең тормошом”, - ти
“Бейеү - ул минең тормошом”, - ти
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: