МӘҘӘНИӘТ
9 Март 2025, 16:20

"Хәйбулла хазиналары" балҡышы

Аҡьяр ауылы Балалар ижады йорто тарафынан ойошторолған, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм районыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторған "Хәйбулла хазиналары" конкурс-фестивале гөрләп үтте.

"Хәйбулла хазиналары" балҡышы"Хәйбулла хазиналары" балҡышы
"Хәйбулла хазиналары" балҡышы

Сағыу костюмдарҙағы шат йөҙлө, дәртле балалар ысын мәғәнәһендә үҙҙәренең хазина булыуҙарын раҫланылар.
Дүрт номинацияла уткән ("Вокал", "Инструмент", "Хореография", "Мода театры") конкурс темаһына ярашлы сағыу номерҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Бейеүҙәр - дәртләндерҙе, инструменттар сыңы, йырҙар - моңландырҙы, ҡыҙҙарҙың үҙ ҡулдары менән теккән кейемдәр дефилеһы таң ҡалдырҙы.
Ысынлап та Хәйбулла районында хазинаға тиң талантлы балалар һәм тырыш педагогтар йәшәй һәм эшләй тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ.

Уңыштар һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарым!

"Хәйбулла хазиналары" балҡышы
"Хәйбулла хазиналары" балҡышы
"Хәйбулла хазиналары" балҡышы
"Хәйбулла хазиналары" балҡышы
"Хәйбулла хазиналары" балҡышы
Автор:Әлиә Сәлимова. Аҡьяр ауылы Балалар ижады йорто педагог- ойоштороусыһы
Читайте нас