Бөтә яңылыҡтар
10
МӘҘӘНИӘТ
4 Март , 05:55

Федоровкала - тантаналы сара

Федоровка ауылы клубында «Рәсәйҙең ғорурлығы һәм даны» йылын асыу тантанаһы үтте

Федоровкала - тантаналы сара
Федоровкала - тантаналы сара

Федоровка ауылы клубында «Рәсәйҙең ғорурлығы һәм даны» йылын асыу тантанаһы үтте. Сара Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедеваның сәләмләү һүҙе менән башланды. Наталья Семеновна барыһын да ҡотланы һәм район хакимиәтенән, мәҙәниәт бүлегенән һәм мәғариф бүлегенән ауыл халҡына рәхмәт хаттары һәм грамоталары тапшырҙы. Ул шулай уҡ ауыл халҡының Аҡъяр ауылы балалар социаль приютынан, Ғаилә хеҙмәтенән һәм бер нисә хәйриә фондынан грамоталар һәм рәхмәт хаттары алыуын билдәләне. Фәймә Абдуллина айырыуса иғтибарға лайыҡ булды, ул күрһәткән ярҙамы һәм Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан Республикаһынан  МХО-ла ҡатнашыусыларға  ҡатнашыусыларға булышлыҡ күрһәтеүгә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт хаты алды. Рәсми өлөштән һуң байрам концерты ойошторола. Концертта Федоровка башланғыс мәктәбе уҡыусылары, «Теремок» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ тамашасыларға сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ сығыштар бүләк иткән Федоровка клубы артистары ҡатнаша.

Федоровкала - тантаналы сара
Федоровкала - тантаналы сара
Федоровкала - тантаналы сара
Федоровкала - тантаналы сара
Федоровкала - тантаналы сара
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: