Башҡортостан энтузиастары командаһы Heart of Ural («Урал йөрәге») компьютер уйынын эшләй. Проектты вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты тормошҡа ашыра.
Интерактив этноуйын геймерҙарҙы башҡорт мифологияһы һәм республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштыра. Сюжет буйынса төп героиня - башҡорт ҡыҙы - илдең мифтары һәм легендалары буйлап сәйәхәт итә. Башҡорт эпосының төп фигураларының береһе булған Урал батырҙың мажаралары тураһында хикәйәттәр төп ориентир булып тора.
"Урал йөрәге" традицион ролдәр уйыны булып тора, унда күп һанлы диалогтар һәм әңгәмәләшер өсөн мөмкинлектәр бар. Уйынсыларға заданиелар һәм квестар үтергә, уларҙы үтәү барышында ҡатмарлы һайлау яһарға тура килә.
Уйлап табыусылар әйтеүенсә, музыка уйындың мөһим өлөшө буласаҡ. Ул персонаждарҙың һәм тирә-яҡ донъяның торошон сағылдыра. Нигеҙендә заманса аранжировкала башҡорт халыҡ көйҙәре ята.
2026 йылда уйынды донъяға сығарғанда авторҙар өс уйын локацияһын эшләргә ниәтләй, уларҙың һәр береһе ер аҫты, ер һәм күк донъяһында дүрт кимәлде үҙ эсенә ала. Уйынсыны дейеүҙәр һәм яуыз заттар менән алыштар көтә.
Проект студенттарҙы йәлеп итеп тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26191/