Бөтә яңылыҡтар
10
МӘҘӘНИӘТ
23 Февраль , 17:34

Батыр Фәнистең әсәһе лә бында ине

"Бер ғүмер генә етмәй икән..." драмаһының премьераһы булды.    

Батыр Фәнистең әсәһе лә бында ине
Батыр Фәнистең әсәһе лә бында ине

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы халыҡ батыры Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Хөсәйенова Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған “Бер ғүмер етмәй икән...”  тип аталған драма премьераһына саҡырылды. Әҫәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең тормошона, илһөйәрлегенә арналған.  

Күптәр был әҫәр менән танышып өлгөргәндер ҙә. Уның авторы – яҙыусы Мөнир Ҡунафин. Тәтешле егетенең батырлығы менән рухланып, бик тиҙ арала уның хаҡындағы яҙмаларын халыҡҡа еткерҙе. Спектаклдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  башҡа геройҙар менән танышыу күңелдә тәрән тойғолар  уятыу менән бергә дөрөҫлөктө күҙ алдына яҡшыраҡ баҫтырырға ярҙам итә.

Премьера тамашасылар күңеленә хуш килде, көслө алҡыштар менән оҙатылды. Һәр кем илебеҙҙең һәм беҙҙең һәр беребеҙҙең тыныс тормошта йәшәүе өсөн аяуһыҙ һуғышҡан, ғүмерҙәрен биргән яҡташтары өсөн ғорурлыҡ һәм хөрмәт тойғоһо менән таралышты.

Фото: https://vk.com/tatvestnik

 

 
Батыр Фәнистең әсәһе лә бында ине
Батыр Фәнистең әсәһе лә бында ине
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: