МӘҘӘНИӘТ
14 Февраль 2025, 14:59

Баязит гастролгә сыға!

Ул 16 төбәктән саҡырыу алды ла инде. Хатта Магнитогорск, Арғаяш, Тольяттиҙан...

Баязит гастролгә сыға!Баязит гастролгә сыға!
Баязит гастролгә сыға!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Дамир Тайыповтың ғаиләһе бик музыкаль. Уның ҡатыны Нәргизә лә йырсы, балалары - телдәр Баязит менән Сара ла сәнғәт донъяһына аяҡ баҫа.

Яңыраҡ ғаилә башлығы тамашасыларға ошолай тип мөрәжәғәт итте: "Хөрмәтле дуҫтар! Ғаилә менән бер нисә урында концерт ҡуйыу теләге бар яҡын киләсәктә, ҡайһы ерҙәрҙә, райондарҙа көтәһегеҙ? Һеҙҙең теләктәрҙе белге килә".

Тайыповтар Әбйәлил, Ейәнсура, Сибай, Күгәрсен, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Өфө, Тольятти, Салауат, Нуриман, Арғаяш, Ҡырмыҫҡалы, Борай, Магнитогорск, Ишембайҙан саҡырыу алды ла инде. Тимәк, концерттарҙы көтөп ҡалабыҙ.

Фото: https://vk.com/damirtaipov

 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас