Бөгөн район мәҙәниәт йортонда ауыл клубтарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең эшендә нейро селтәрҙәрҙе ҡулланыу алымдары менән танышты.
Семинарҙа төрлө интернет сервистарының эштәре күрһәтелеп, унда ҡатнашыусылар нейроселтәрҙәрҙе файҙаланып төрлө заданиелар үтәй. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яһалма интеллект ярҙамында мәғлүмәт эҙләргә, һүрәттәр һәм презентациялар эшләргә өйрәнә.