МӘҘӘНИӘТ
27 Ғинуар 2025, 11:35

Йәнтештә - "Һаҡмар моңдары"

Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда "Һаҡмар моңдары" район бәйгеһе үтте

Йәнтештә - "Һаҡмар моңдары"Йәнтештә - "Һаҡмар моңдары"
Йәнтештә - "Һаҡмар моңдары"

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда үткән"Һаҡмар моңдары" район бәйгеһе бик күп йыр- моң һөйөүсе дуҫтарҙы һәм районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән тамашасыларҙы йыйҙы. Быйылғы йылда бәйгене асыу хоҡуғы үткән йылда Гран-при яулаған Әбеш ауылы егете Ибраһимов Русланға бирелде.
Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде. Бөгөн, ысынлап та, районыбыҙҙың иң-иңдәре йыйылғайны, шундай матур тамаша ҡарап, хисләнеп, моң даръяһына сумып ҡайттыҡ. Быйыл Гран-при яулаған Әбеш ауылы егете, хәҙерге ваҡытта Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Юнысов Илдар Танһыҡ улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ошо матур бәйгене йыл һайын юғары кимәлдә ойошторған Лена Фуат ҡыҙына, тәмле аш-һыу әҙерләп, һәр килгән ҡунаҡты сәй менән һыйлаған Йәнтеш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

 

Сығанаҡ: "Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

Автор:
Читайте нас