МӘҘӘНИӘТ
29 Декабрь 2024, 11:52

Татарстандың Башҡорт ҡоролтайы Мостай Кәримгә арналған проектты бойомға ашыра

  

Татарстандың Башҡорт ҡоролтайы Мостай Кәримгә арналған проектты бойомға ашыраТатарстандың Башҡорт ҡоролтайы Мостай Кәримгә арналған проектты бойомға ашыра
Татарстандың Башҡорт ҡоролтайы Мостай Кәримгә арналған проектты бойомға ашыра

Яҙыусы, шағир, драматург, фронтовик Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуы һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы «Рус түгелмен, ләкин россиян мин: Мостай Кәрим мираҫы» проекты Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды конкурсында еңеүсе булды. Ул Татарстан Республикаһының Башҡорт ҡоролтайы һәм Ҡазандың «Залесный» мәҙәни үҙәге менән берлектә әҙерләнгән.

Проект яҙыусы-фронтовик Мостай Кәримдең әҙәби ижадын үҫтереү аша мәҙәни мираҫты һаҡлауға, гражданлыҡ, илһөйәрлек формалаштырыуға йүнәлтелгән.

– Проект Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен нығытыуға, проектта ҡатнашыусыларҙы берләштереүгә, өлгөргән яуаплы шәхес формалаштырыуға, илһөйәрлек, тарихҡа хөрмәт һәм үҙ илеңә хеҙмәт итергә әҙерлек тәрбиәләргә булышлыҡ итергә тейеш.

Проекттың үҙенсәлеге шунда: ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы йылында үткәрелә. Төп маҡсат –  төрлө сараларҙа балаларҙы, йәштәрҙе яҙыусы-фронтовик Мостай Кәримдең ижади мираҫы менән таныштырыу.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас