Һаҡмар-Наҙарғол ауылының әүҙем, дәртле ҡатын- ҡыҙҙары менән Вәзәм ауыл клубында ойошторолған «Зәңгәр уттар» ял кисәһендә ҡатнашып ҡайттыҡ.
80 -се йылдар стилендәге кисәлә уйнап- көлөп, йырлап- бейеп, ихлас күңелдән аралашып, үҙебеҙгә яңы көс-дәрт, позитив энергия алып, күңелле ял иттек. Дәртле йырҙар, бейеүҙәр күңелле, матур йәшлек йылдарына алып ҡайтты.