–Рәзилә Риф ҡыҙы, ҡайҙа тыуып-үҫтегеҙ, уҡынығыҙ? Китапханасы һөнәрен һайлауға нимә йоғонто яһаны?
–Сиҙәм ауылында тыуып үҫтем. 11-се класты бөткәс, Өфө ҡалаһына Китапхана колледжына уҡырға индем. 2003 йылда ҡулыма диплом алғас, баш ҡалабыҙҙа дуҫлығы Халыҡтар китапханаһында хеҙмәт юлымды башланым. Бер йыл эшләгәндән һуң, кейәүгә сығып, тормош иптәшем менән Аҡъярҙа төпләндек һәм үҙәк район китапханаһына эшкә килдем. Юғары уҡыу йортон филология йүнәлеше буйынса ситтән тороп тамамланым. Китапханасы һөнәрен һайлауыма бала саҡтан атайым менән әсәйемдең яратып китап уҡығанын күреп үҫеүем йоғонто яһаны. Өйөбөҙҙә рус һәм башҡорт телдәрендә бик күп китаптар бар.
–Ә шулар араһынан иң яратҡан китабығыҙ...
–Башлыса әҙәби китаптар уҡырға яратам. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың «Мәңгелек урман» романы оҡшай.
–Һеҙҙеңсә һәр бала уҡырға тейешле китаптар бармы?
–Әлбиттә, балалар китап уҡырға тейеш. Китап уҡыу хәтер һәм фекерләү үҫешен яҡшырта, донъяға ҡарашты киңәйтә, тел ҡеүәһен үҫтерә һәм телмәрҙе камилаштырыуға булышлыҡ итә. Бигерәк тә классик әҙәбиәт – донъяны танып белеүҙең бер ысулы. Ул юғарылыҡ, фиҙәҡәрлек, мөхәббәт, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ өлгөләрен асып бирә. Үҙ әҙәбиәтен белмәгән кеше халҡының, туған теленең һәм мәҙәниәтенең бөтә байлығын белә алмай. Шуны ла өҫтәп әйтәм: балаларҙың классик әҙәбиәттең үлемһеҙ икәнен аңлау мөһим. Быуаттар үҙгәрә килә, ә әхлаҡи проблемалар бер үк һәм һәр ваҡыт актуаль: изгелек, мөхәббәт, үҙ-ара ярҙам, рух көсө, үҙең һәм йәмғиәт өсөн яуаплылыҡ. Ғөмүмән, китапты, бигерәк тә классиканы уҡыу, баланың киләсәгенә мөһим нигеҙ һала. Шуның өсөн ата-әсәләр баланың китапҡа ҡарата һөйөү тойғоһон үҙ өлгөһөнән башларға тейеш. Бергә уҡыу йолаһы – ғаилә тәрбиәһенең бик әһәмиәтле өлөшө.
–Яңынан-яңы технологиялар һәм интернет заманында балаларҙы китап уҡырға йәлеп итеү еңел түгелдер...
–Ысынлап та, хәҙерге заманда баланы гаджеттарҙан айырыу мөмкин түгел тиерлек. Улар ярҙамында балалар уҡый, аралаша, музыка тыңлай һәм, әлбиттә, уйындар уйнай. Шул уҡ ваҡытта китапхананың халыҡты уҡыуға йәлеп итеү миссияһы үҙгәрешһеҙ ҡала, ә ул яңы форма һәм йөкмәткегә эйә була, үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итер өсөн китапханала төрлө саралар, конкурстар, китап күргәҙмәләре ойошторабыҙ, проекттар алып барабыҙ. Мәҫәлән, «Изгелек һуҡмағы» проекты һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади үҫеше һәм уларҙың социаль яраҡлашыуына тәғәйенләнгән. Нәшриәтселәр ҙә артта ҡалмаҫҡа тырыша. Мәҫәлән, «Майнкрафт» уйыны мотивтары буйынса китаптар һәм журналдар сығара. «Майнкрафт» донъяла һатыу буйынса икенсе компьютер уйыны. Уйын 7-12 йәшлек балалар өсөн иҫәпләнгән. Был балаға китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләү өсөн идеаль йәш. Беҙҙең балалар китапханаһында ла ошо сериянан китаптар һәм журналдар бар. Улар уҡыусылар араһында бик популяр, хатта ата-әсәләр үҙҙәре килеп был китаптарҙы балалары өсөн алалар.
–Ә китапханаға башҡорт телендә балалар өсөн яңы китаптар киләме?
–Балалар моделле китапханаһы фонды даими рәүештә тулыланып тора. Башҡорт телендә сыҡҡан һәр бер китап беҙҙең китапханаға мотлаҡ рәүештә килә. Бынан тыш, туған телебеҙҙә гәзит-журналдар ҙа алдырабыҙ.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 50-се һанында уҡығыҙ.