Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы дауам итә. Силәбе өлкәһе Сосновка районы башҡорттары ҡоролтайы делегаты, яҙыусы Рим Ҡолошев тарихи форумға ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
— Башҡорт теле милләттәштәребеҙ йәшәгән ауылдарҙа яҡшы уҡытыла. Әммә уҡытыу әсбаптары, ҡулланмалар етмәй. Тағы ла республика менән берлектә күберәк саралар үткәрелһә ине. Шулай уҡ Силәбе яҙыусыларына иғтибар кәрәк, гәзит-журналдарҙа баҫылыуҙы, китаптар сығарыуҙы әүҙемләштерергә ниәтләйбеҙ. Ошо мәсьәләләрҙе күтәреү маҡсаты менән килдек, — тип белдерҙе Рим Ҡолошев.
Рим Ҡолошевтың һүҙҙәренсә, Силәбелә шағир Ғәлимов Сәләмдең зыяратын яңыртыу талап ителә.
- Ул совет әҙәбиәтенең танылған шағиры. Уның исемен мәңгеләштереү, зыяратын яңыртыу буйынса саралар күрергә кәрәк.
Фото:Валерий Шахов