МӘҘӘНИӘТ
13 Декабрь 2024, 07:16

Бүребайҙа шыршы уттары ҡабынды!

18 метрлыҡ  ҡупшыҡай майҙанға йәм бирҙе. Бында Яңы йылға әҙерлек тулы кимәлдә бара

Бүребайҙа шыршы уттары ҡабынды!Бүребайҙа шыршы уттары ҡабынды!
Бүребайҙа шыршы уттары ҡабынды!

Ошо көндәрҙә генә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты   күрше Йылайыр районынан килтерелгән 18 метрлыҡ урман һылыуҡайын үҙәк майҙанға ҡуйҙы.

Ә хәҙер комбинат хеҙмәткәрҙәре боҙҙан яңы йыл фигуралары эшләйҙәр,  өйгөстәр һәм башҡа байрам элементтары әҙерләнә. Тиҙҙән үҙәк майҙанда тиҫтәгә яҡын  махсус яҡтыртҡыстар ҡуйылған боҙ һәм  металл скульптуралар барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, комбинат хеҙмәткәрҙәре меңләгән лампочканан торған 250 метрлыҡ гирляндалар ҡуйҙы. Барлыҡ эштәргә  предлприятиеның 8 берәмек техникаһы һәм 20-ләп хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

СП Бурибаевский сельсовет

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас