Башҡортостанда Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында, Благовещенға ингән урында ВАЗ-2112 еңел машинаһы ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм фура менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә машина трассанан кюветҡа ырғытыла. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр иттеләр.
«Ҡотҡарыусылар ВАЗ-2112 автомобиленең водителе - 26 йәшлек егетте гидравлик авария-ҡотҡарыу ҡоралы ярҙамында сығара, әммә уның һәләк булыуы асыҡлана. Йөк машинаһы ла кюветҡа төшөп китә, уның водителденә медицина ярҙамы кәрәкмәне», — тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.