Йәнтеш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, берҙәм генә, "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенә яҙылдылар. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, яратҡан гәзитебеҙгә яҙылайыҡ! Әлеге ваҡытта льготалы хаҡҡа яҙылыу бара. Ул 12 декабргә тиклем дауам итә.
--“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен яратып уҡыйбыҙ һәм ҙур теләк менән яҙылабыҙ. Унда бөтә мәҡәләләр ҙә ҡыҙыҡлы, шулай ҙа район тарихы һәм арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы яҙмалар ныҡ оҡшай. Барығыҙҙы ла “районка”ға яҙылырға саҡырабыҙ. Әгәр районда барған ваҡиғаларға һәм яңылыҡтарға битараф булһаҡ, башҡорт баҫмаһын күтәрмәһәк, беҙҙең өсөн уны бер кем дә эшләмәйәсәк,--тине Йәнтеш ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Башҡорт телен һаҡлауҙы һәм күтәреүҙе башҡорт телендәге “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыуҙан башлайыҡ!