Башҡортостанда «Дәрүиш рухы» музыкаль фестивале йыл һайын уҙғарыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә Радий Хәбиров белдерҙе.
-Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова уны йыл һайын үткәрергә тәҡдим итә. Уҙғарыу өсөн майҙансыҡ та яҡшы. Быйыл Көрәш һарайы барлыҡҡа килеү менән, ҙур спорт объектынан тыш, беҙ ошондай күмәк саралар үткәреү мөмкинлеген алдыҡ, — тине Радий Хәбиров. - Унда яҡшы зал, кешеләр уйнай, бейей, бер нисә мең кеше ваҡыт үткәрә ала, бының өсөн рәхмәт.
Радий Хәбиров фестивалдә «Рух» төркөмөнөң «Өлгөрмәнем» тигән йырын тәүгә ишетеүен һәм хәҙер уны машинала тыңлауын әйтте.
- Егеттәргә ошо йыр өсөн рәхмәт әйтегеҙ. Ул уйларға ла мәжбүр итә һәм бик сифатлы, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы .