Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь , 14:49

Лайыҡлы наградалар

«Дәрүиш рухы +» башҡорт рок-концертында күптән лайыҡ ҡаҙаныштар эйәләренә тапшырылды. "РУХ" төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаров һәм Сергей Захаров  "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеровҡа үлгәндән һуң "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме бирелде.

Лайыҡлы наградалар
Лайыҡлы наградалар

👏🎸 «Дәрүиш рухы +» башҡорт рок-концертында күптән лайыҡ ҡаҙаныштар эйәләренә тапшырылды

"РУХ"тар Юлай Асҡаров менән Сергей Захаров - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Дәрүиш-хан"дан Альберт Ғәббәсов - Башҡортостандың халыҡ артисы һәм төркөмдөң солисы Ринат Зарипов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемдәренә лайыҡ булыуҙарын хәбәр иткәйнек инде.
🎸🔥 Сара барышында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев рок-концертҡа йыйылған тамашасыларға мөрәжәғәтендә:
- ... Икенсенән, ошо ҙур, мәртәбәле өр-яңы һарайҙа Башҡортостан Республикаһының башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың “Ҡош юлы” буйынса эшләнгән беренсе концерт юҡтан ғына беҙҙең башҡорт рок-төркөмдәренә бағышланмаған. Ул осраҡлы түгел, сөнки бөгөн һеҙҙең менән бергә ошонда хәл итергә тейешбеҙ. Ошо сараны, ошо фестивалде йыл да үткәрергә беҙ әҙерме?! Тауыш бирәйек! Һәм, өсөнсөнән, был күңел асыу сараһы ғына түгел. Был – рух көсөнөң, башҡорт рогы көсөнөң, беҙҙең берҙәмлегебеҙ көсөнөң ҙур, матур сараһы. Һәм, әлбиттә, бөгөн бөтәбеҙҙе лә Дим Ҡоләхмәтов, Ғәзинур Биктимеров, Ирек Атановтарҙың рухтары тағы ла бергә йыйҙы. Йыйып ҡына ҡалманы, улар беҙҙең рухты һаман да тәрбиәләй. Бөгөн ошо сәхнәнән, һеҙҙең алда иң халыҡсан рок артистарының рухтарын иҫләп, Радий Фәрит улының ҡарары менән ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә рөхсәт итегеҙ! – тине.
👏🔥🤘 Сығышының һөҙөмтәһендә Урал Килсенбаев БР башлығы Радий Хәбировтың Дим Ҡоләхмәтов (“Дәрүиш-хан” төркөмө), Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеровҡа (икеһе лә “РУХ” төркөмө) үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеме биреү тураһында Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында иғлан итте.

 

Сығанаҡ:ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК"

Автор:
Читайте нас: