Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, райондың һәләтле йәш йондоҙо Элина Ҡужагилдина яңы ҡаҙаныштары менән һөйөндөрә. Әлбиттә, бында сәнғәт мәктәбе педагогы Гөлназ Иманованың тос өлөшө һалынған. Яңыраҡ һәләтле ҡыҙ Туймазы ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһендә 2-се дәрәжә лауреат исемен яуланы һәм Сәхи Хисмәтуллин исемендәге “Оҙон көй” гала-концертында ҡатнашты. Афарин!
--Элинаны “Бәпембә” балалар баҡсаһында йырлағанын ишеткәндә үк, күҙ уңына алғайным. Ул 1-се класҡа барғас, әсәһе Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенә уҡырға алып килде. Ҡыҙыҡай һәләтле генә түгел, тырыш та. Алдына берәй маҡсат ҡуйһа, шуны эшләмәй ҡуймай. Уның иң тәүге ҙур сығышы “Сулпылар” телевизион бәйгеһендә ҡатнашып, 300-ләп бәйгесе араһында финалға сығып, лайыҡлы 2-се урын алыуҙан башланды. Ошо конкурс башҡа еңеүҙәргә старт бирҙе тиһәм дә була. 2021 йылда Сибайҙа үткән “Урал аръяғы йондоҙҙары” төбәк бәйгеһендә гран-при яуланы.”Апрель” республика балалар вокал сәнғәте конкурсында 1-се урын яулауы оло дәрәжәгә эйә. 2023 йылда Сибайҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурсында еңеү ҙә уның ҡаҙаныштары исемлеген тулыландырҙы. Ә быйыл Туймазы ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһендә Хәйбулла районы намыҫын яҡлап, лайыҡлы 2-се урын яуланы. Был бик лайыҡлы награда, сөнки шундай әһәмиәтле һәм ҡатмарлы бәйгелә 2-се дәрәжә лауреат исемен алыуы бик ҙур әһәмиәткә эйә. Унда 16 йәшкә тиклем, 16-нан 60 йәшкә тиклем һәм 60 йәштән олораҡтар сәхнәгә сыҡты. Һәр ҡатнашыусы, оло кешеме ул йәки баламы, 4 халыҡ йыры башҡарырға тейеш ине. Элина менән 2 ай эсендә “Ҡарасай ҡыҙ”, “Бөйрәкәй”, “Сыңрау торна”, “Нуғәйбәк” йырҙарын өйрәндек.
Был да ҡыҙыҡайҙың эшкә һәләтен, тырышлығын дәлилләй. Һәм ул моңло йондоҙсоҡ алдында яңы уңыштар асты. Мин уның бәләкәй конкурстарҙа еңеүен һанап торманым, сөнки улар бихисап. Ә былар инде уның иң ҙур ҡаҙаныштары. Алда ла беҙҙе яңы конкурстар һәм яңы үрҙәр көтә,--тине Элинаның етәксеһе, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Гөлназ Фәрит ҡыҙы Иманова.
--Элина ҡыҙымдың йырға һәләте уның өләсәһе һәм ҡартатаһы яғынан киләлер. Аҡъяр ауылында йәшәгән ҡартатаһы Илфат Хәкимйән улы оҙон көйҙәрҙе өҙҙөрөп йырлай. Хәҙер Элинабыҙ башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда ҡартатаһы менән өләсәһенең күңелдәре тула.
Йырға ынтылышы, әле 4 йәше тулмаҫ элек, “Йәйғор” балалар баҡсаһында “Любе” төркөмөнөң йырын башҡарыуҙан башланды. Унда барыһының да иғтибарын яулағайны. Тәрбиәсеһе Әлиә Нураева уның һәләтен тойоп, төрлө конкурстарға йәлеп итте, тәүге тапҡыр район йыр бәйгеһенә сығарҙы. Ә 1-се кластан Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөтә башлап, етәксеһе Гөлназ Иманова менән оло еңеүҙәргә иреште. Уның һәләтен төрлө яҡтан асҡан Гөлназ Фәрит ҡыҙына бик рәхмәтлебеҙ. Элина мәктәптә лә һынатмай. Башланғыс класты тик бишле билдәләренә генә тамамланы. Хәҙер ул 5-се класта уңышлы уҡый,--тине Элинаның әсәһе Миләүшә Вәлиева.
Хәйбулланың бәләкәй йондоҙсоғона артабанғы уңыштар теләйбеҙ.