МӘҘӘНИӘТ
22 Ноябрь 2024, 10:01

Баш ҡалала «Ҡаҙағстан бөгөн» күргәҙмәһе асыла

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡортостан бөгөн» исемле фотокүргәҙмә асыла һәм «Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре башҡорт телендә» йыйынтығының исем туйы була.

Баш ҡалала «Ҡаҙағстан бөгөн» күргәҙмәһе асылаБаш ҡалала «Ҡаҙағстан бөгөн» күргәҙмәһе асыла
Баш ҡалала «Ҡаҙағстан бөгөн» күргәҙмәһе асыла

25 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡортостан бөгөн» исемле фотокүргәҙмә асыла һәм «Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре башҡорт телендә» йыйынтығының исем туйы була.

Сара ХХ Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы алдынан Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡазандағы генераль консуллығы ҡатнашлығында үткәрелә. Рәсми ҡунаҡтарҙан Ҡаҙағстандың Ҡазандағы Генераль консулы Ерлан Искаковтың һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың килеүе көтөлә.

Фотокүргәҙмәлә Ҡаҙағстан үҙенсәлекле тәбиғәте, заманса ҡалалары, мәҙәниәте, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре ярҙамында һынландырыла. Бөркөттөң Чарын каньоны аша осоп барыуы, Әхмәт Йәсәүи кәшәнәһе ҡыйығындағы ҡояштың иртәнге нурҙары, Заилий Алатауының мәғрүр һырттары, далалағы ат уйындары — быларҙың барыһы ла фотограф Павел Теняковтың объективына теркәлгән.

«Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре башҡорт телендә» китабы 2024 йылда Ҡаҙағстандың Ҡазандағы Генераль консулы һәм Ҡаҙағстандың Яр Саллылағы Почетлы консулы булышлығында Татар китап нәшриәтендә донъя күрҙе. Китап Милли китапхана фондында һаҡлана, уны теләгән һәр кем алып уҡырға мөмкин.

«Ҡаҙағстан бөгөн» фотокүргәҙмәһе 6 декабргә тиклем эшләй.

6+

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөлә «Рәсәй – Ҡаҙағстан» форумында этномоданың иң яҡшы өлгөләрен күрһәтелә. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас