Силәбенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә билдәле башҡорт йәмәғәт эшмәкәре, шағир, журналист, драматург һәм тел белгесе Хәбибулла Ғәбитовтың 140 йыллығына арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәл үтте.
Ултырыштың төп маҡсаты – Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорттар араһында Хәбибулла Ғәбитовтың ижади эшмәкәрлеген һәм мираҫын популярлаштырыу.
Осрашыуҙың модераторҙары булып Башҡортостандың Урал федераль округындағы вәкиле Әлфир Байымов һәм Силәбелә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рауил Әсәҙуллин сығыш яһаны.
Әлфир Байымов һәм түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар башҡорт матбуғатын үҫтереүҙә, Ырымбурҙа һәм Өфөлә гәзит-журналдар сығарыуҙа, башҡорт теле нормаларын булдырыуҙа Хәбибулла Ғәбитовтың әһәмиәтле роле тураһында һөйләне.
Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитовтың ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге 1913 йылдан башлана. Шул ваҡыттан алып уның шиғырҙары «Ваҡыт», «Тормош», «Мөғәллим», «Шура» кеүек башҡорт гәзит-журналдарында баҫыла башлай, тип иҫкә төшөрҙө тыуған яҡты өйрәнеүсе Михаил Хәбиров.
Совет йылдарында уҡ Ғәбитов Башҡортостандың милли матбуғатына һәм мәғарифына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 1918 йылда «Тулҡын» йәштәр ойошмаһы Х. Ғәбитовтың «Башҡорт моңдары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығын сығара. «Урал йырҙары» исемле икенсе шиғырҙар йыйынтығы 1923 йылда донъя күрә. Уның «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһы (1924) күп тапҡыр республиканың башҡорт театрҙары сәхнәләрендә күрһәтелде.
Хәбибулла Ғәбитов бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич һәм башҡа алдынғы йәштәр менән бергә «Тулҡын» ойошмаһын төҙөй. Башта ул «Башҡортостан йәштәре берлеге» тип атала. Нуриәғзәм Таһиров һәм Абдулхәй Иркәбаев кеүек йәштәрҙе туплаған нәҡ ошо ойошма Шәйехзада Бабичтың иҫән сағындағы берҙән-бер шиғырҙар йыйынтығын, Хәбибулла Ғәбитовтың «Башҡорт моңдары» исемле тәүге китабын сығара.
Ғәбитов – «Башҡортса яҙыу ҡоралы», «Башҡорт теленең сарыфы», «Башҡорт теленең грамматикаһы» һәм башҡа ғилми хеҙмәттәрҙең авторҙашы. Шулай уҡ «Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр» фольклор йыйынтығының автор-төҙөүсеһе (Ғ. Ф. Вильданов менән бергә).