Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ноябрь , 09:48

Хәбир Аралбаев Гран-при яуланы!

   

Хәбир Аралбаев Гран-при яуланы!
Хәбир Аралбаев Гран-при яуланы!

Туймазыла Сәхи Хисмәтуллин исемендәге «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт йыры конкурсы тамамланды. Баймаҡ районынан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев конкурстың Гран-приһын яуланы. Ул 100 мең һумлыҡ сертификат алды.

Хәбир Аралбаев йырсы ғына түгел, тәү сиратта ул профессиональ балет артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы. Ул бер нисә тапҡыр күп кенә конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә еңеүсе һәм лауреат була, ә 2021 йылда илдең иң абруйлы конкурстарының береһе - бөтә Рәсәй балет артистары конкурсы лауреаты була.

Быйыл конкурста Башҡортостан ң райондарынан һәм ҡалаларынан 70-тән ашыу конкурсант ҡатнашты. Бынан тыш, улар араһында башҡа төбәктәр вәкилдәре, шул иҫәптән Татарстан Республикаһы, Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Мәскәү ҡалаһы була. Жюри ағзалары конкурста ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

«Оҙон көй» конкурсында иң йәш ҡатнашыусы Туймазы районынан 8 йәшлек Айдан Хәйҙәров була.

Конкурстың Гала-концерты «Родина» мәҙәниәт һарайында үтә. Был ваҡиға халыҡ музыкаһы һәм мәҙәниәте һөйөүселәрҙе йыя. Наградаларҙы конкурсты йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

 
фото:Башинформ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: