Красноярскиҙа XVIII «Азия – Себер 2024» милләт-ара һәләт һәм матурлыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетынан Айзилә Буранова гүзәллек конкурсы еңеүсеһе тип танылды һәм «Азия – Себер һылыуҡайы 2024» исеменә лайыҡ булды.
Айзилә конкурста башҡорт милли мәҙәниәте менән таныштырҙы. Сибәр ҡыҙ бала саҡтан йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү һәм ҡул эштәре менән шөғөлләнә, башҡорт хоккейы көйәрмәне, 2022 йылда – Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе вице-мисс, 2023 йылда иһә «Башҡортостан гүзәле»нең беренсе вице-мисс исемен яуланы. Айзиләнең тормош кредоһы – «Үҙеңә ышан, һәм бар хыялдарың тормошҡа ашыр!».
Айзилә әйтеүенсә, уның ғаилә традициялары – мөхәббәт, бер-береңде аңлау һәм бәхет. Балаларҙы яратыу, ололарҙы ихтирам итеү, ата-бабаларға хөрмәт башҡорт мәҙәниәтенең һәм йолаларының нигеҙе булып тора. Ошондай конкурстарҙа ҡатнашыу үҙеңдең көсөңдө һынап ҡарарға һәм һәләтеңде күрһәтергә мөмкинлек бирә.