Шәмбе, 19 октябрҙә, НТВ телеканалында «Мөғжизә» шоуының унынсы сығарылышы эфирға сыға. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һигеҙ йәшлек Кирилл Вихляев ҡатнаша.
Кирилл — гармунсы, һәләтле һәм аралашыусан малай, бик күп конкурстар еңеүсеһе. Бәләкәй сағынан музыка менән ҡыҙыҡһына, сәхнәлә сығыш яһарға ярата.
Программа авторҙары әйтүенсә, Кирилл гармунда халыҡ көйҙәрен генә түгел, заманса поп-композицияларҙы ла оҫта уйнай. «Мөғжизә» шоуы сәхнәһендә йәш гармунсы тотош илгә үҙенең һәләтен күрһәтергә әҙерләнә.