- Күмәкләшеп ауыл мәктәбе бинаһында урынлашҡан клуб өлөшөнөң ҡыйығын алыштырып, профлист менән ябып ҡуйҙылар. Берҙәм эшләгән эш ҡарышманы, эштәре ыңғай булды. Һәр яҡтан ярҙам иткән Хайбулла районы хакимиәтенә, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, өмәлә ҡатнашҡан ауылдаштарға, ҡырҙан килгән яҡташтарға, тәмле аш бешергән ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәт еткерәбеҙ. Һәр саҡ шулай берҙәм, дәррәү булайыҡ!- тип яҙа урыҫбайҙар.