Яңы Ергән ауылы мәктәбендә уҙған осрашыу тарихи-документаль һәм биографик мәғлүмәттәргә бай булған «Таңатар» китабының исем туйына арналды. Күренекле шәхесебеҙ менән күрешергә Яңы Ергәнгә хатта күрше төбәктән – Гай ҡалаһынан да килгән милләттәштәребеҙ булды. Әҙәби кисәнең алып барыусыһы – үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Фәйзуллина халыҡ шағирының тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Артабан һүҙ сараның төп ҡунағы Ҡәҙим Аралбаевҡа бирелде. Ул Таңатар ауылының тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы һәм билдәле кешеләре тураһында һөйләне.Яңы Ергән ауылы ағинәйҙәре моңло йыр бүләк итте, Алтынай Ҡәйепова, Фәнүзә Бәрәкәтованың шиғри күстәнәстәре һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Уларҙың сығыштарын Ҡәҙим Әбделғәлим улы ла юғары баһаланы.
Аҡъярҙа Үҙәк район китапханаһында уҙған осрашыу ҙа фәһемле булды. Сараны китапханасы Лира Таҡалова алып барҙы. Ҡәҙим Аралбаев уҡыусыларға бала сағы, уҡыу йылдары, ижады хаҡында илһамланып һөйләне, өр-яңы шиғырҙарын уҡыны, теге йәки был китаптарында һүрәтләнгән ҡайһы бер хәл-ваҡиға, күренештәргә асыҡлыҡ индерҙе. Балалар шағирға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Мәмбәтова, хеҙмәт ветераны Мәжит Бураншин һүҙ алып, шағирҙың әҫәрҙәренең әһәмиәтен билдәләне һәм уға изге теләктәрен еткерҙе. Әҙәби кисә аҙағында һәр кем арҙаҡлы яҡташыбыҙ менән бергә фото төшөргә, афтографын алырға ашыҡты.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 41-се һанында уҡығыҙ