Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө. Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйына, бик аҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып килгән ҡомартҡыһы. Байрам саралары ваҡытында һәр милләттең йолаларын күрәбеҙ, туған телдәребеҙ яңғырашына ҡолаҡ һалабыҙ, милли кейемдәребеҙҙең матурлығына, байлығына һоҡланабыҙ.
Милли кейем көнө уңайынан райондың тыуған-яҡты өйрәнеү музейында, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге менән берлектә «Сал тарихтан -хәҙерге заманға » исемле сара үткәрелде.
Сараға халҡыбыҙҙың рухи мираҫы менән таныштырып, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында 1 –се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереү алымдары ҡулланыусы уҡытыусы Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова 8- се класс уҡыусылары менән саҡырылды. Байрамды йәмләп «Ағинәйҙәр» сәхнә кейемдәрендә башҡорт милли кейеменең һыҙаттарын сағылдырҙы.
Үткәндәрҙең мираҫын, кәсептәрен тергеҙеп башҡорт милли кейемдәр, биҙәүестәре эшләү оҫтаһы, республика кимәлендә үткәрелгән милли кейемдәр бәйгеһендә юғары урындар яулаған Мәмбәт ауылынан Нәфиә Шәйәхмәт ҡыҙы Кәипова ҡатын-ҡыҙҙарҙың елән, һарауыс, таҫтар, сарыҡ кейемдәренең тегелеше, шулай уҡ ейәнсәренә тегелгән сулпы, ҡашмау, ейәненә түбәтәй, ир егеттәр өсөн көләпәрә, үҙенә яраҡлаштырып тегелгән яңы дәүер кейемдәренең үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Башҡорт халҡының сәхнә кейемдәренең тегелеше, биҙәлешенең ырыуына хас ерлеккә ҡарап һалыныуы тураһында һәм заманлаштырып орнаменттар һалып тегелгән кейем өлгөләре тураһында балалар ижад йортоноң өҫтәлмә белем биреү педагогы Римма Хөснулла ҡыҙы Ишкилдина ижадына байҡау яһаны, күргәҙмә кейемдәрендә уҡыусылары сығыш яһаны.
Милли кейем һәм биҙәүестәр әҙерләү менән шөғөлләнеүсе хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Нәйлә Фазылғафар ҡыҙы Аҡнаҙарова хеҙмәт дәресендә уҡыусылар менән милли биҙәүестәр эшләгәндә, төрлө милләт кейемдәренең биҙәлешенә, кейем өлгөләренең тарихы менән ҡыҙыҡһыныуын, уларҙың ихлас күңелдән шөғөлләнеүен, үҫешен баһалап үтте.
Дәүерҙәр артылып килгән милли үҙенсәлекте, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға тапшырыу – һәр ҡайһыбыҙҙың иңендә ятҡан оло бурыс. Тик шул саҡта ғына үҙ-үҙебеҙҙе – милли йѳҙѳбѳҙҙѳ, булмышыбыҙҙы һаҡлап ҡала алырбыҙ.