Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Август , 21:00

Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!

Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлназ Сурина «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде. Ә Өфө ауылынан халыҡ йырҙарын башҡарыусы Фәтих Ҡашҡаров, Таштуғай ауылы мәсете имамы Факил Күсәков, Бүребай ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәсимә Туғыҙбаева, Һаҡмар-Наҙарғол ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Эльвира Юнысоваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының почет грамоталары тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!

Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!

Түңгәүер ырыуының VI йыйыны сиктәрендә төрлө мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Ә Аҡъярҙа ҡурайҙы донъяға танытҡан билдәле яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылыуы - йылдың иң сағыу, иң иҫтәлекле көнөнә әүерелде. Йыйындың тантаналы өлөшөндә фиҙәҡәр хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән абруй ҡаҙанған райондаштарыбыҙ тәбрикләнде.

Күп йыллыҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм халыҡтың рухи-әхлаҡи үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының почет грамотаһы менән тәбрикләнделәр:

  • Ҡашҡаров Фәтих Фәттәх улы – халыҡ йырҙарын башҡарыусы, Өфө ауылы;
  • Күсәков Факил Зөфәр улы Таштуғай ауылының “Ислам” мәсете имамы;
  • Туғыҙбаева Рәсимә Рафаэль ҡыҙы педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Бүребай ауылы;
  • Юнысова Эльвира Хәмит ҡыҙы Һаҡмар-Наҙарғол ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы.

  «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының «Ал да нур сәс халҡыңа!»   миҙалы менән Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Сурина Гөлназ Ғамир ҡыҙы бүләкләнде.

Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: