Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Август , 18:31

Мәшһүр ҡурайсыға һәйкәл асылды

Түңгәүер ырыуының VI йыйыны сиктәрендә Аҡъярҙа ҡурайҙы донъяға танытҡан билдәле яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды

Мәшһүр ҡурайсыға һәйкәл асылды
Мәшһүр ҡурайсыға һәйкәл асылды

Бөйөк ҡурайсыбыҙҙың һыны Мәҙәниәт һәм ял паркының үҙәгендә урын алды. Һәйкәлде асыу тантанаһында район халҡы, Түңгәүерҙәр йыйыны делегаттары һәм рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов,  Республика халыҡ ижады үҙәгенең директоры Салауат Кирәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев,  Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов, Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Биҡҡолов сығыш яһап, ҡурай моңо тынмауын, башҡорт мәҙәниәте үҫешеүен һәм туған телебеҙ һаҡланыуын теләне.

Тантана барышында һәйкәлдең скульпторы – Рәсәйҙең һәм Башҡорто­стандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахмановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

–Билдәле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған һәйкәлде эшләүгә яңы йылға тиклем тотонғай­ным. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Хөрмәтулла Үтәшев менән һөйләшкәндән һуң, проекттың эскизын эшләнем һәм рәссамдәр, ҡурайсыларҙан комиссия йыйып, фекер алыштыҡ, тәҡдим-кәңәштәр булды. Һәйкәл бронзанан ҡойол­до. Уның бейеклеге 2,35 метр, – тине Хәниф Мир­заһит улы.

Кеше ғүмере күҙ асып йомғансы үтә лә китә, ә бына уның башҡарған эштәре, изге ғәмәлдәре иһә халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.

Бөйөк ҡурайсыбыҙҙың һыны Мәҙәниәт һәм ял паркының үҙәгендә урын алды. Һәйкәлде асыу тантанаһында район халҡы, Түңгәүерҙәр йыйыны делегаттары һәм рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов,  Республика халыҡ ижады үҙәгенең директоры Салауат Кирәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов, Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Биҡҡолов сығыш яһап, ҡурай моңо тынмауын, башҡорт мәҙәниәте үҫешеүен һәм туған телебеҙ һаҡланыуын теләне.

Тантана барышында һәйкәлдең скульпторы – Рәсәйҙең һәм Башҡорто­стандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахмановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

–Билдәле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған һәйкәлде эшләүгә яңы йылға тиклем тотонғай­ным. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Хөрмәтулла Үтәшев менән һөйләшкәндән һуң, проекттың эскизын эшләнем һәм рәссамдәр, ҡурайсыларҙан комиссия йыйып, фекер алыштыҡ, тәҡдим-кәңәштәр булды. Һәйкәл бронзанан ҡойол­до. Уның бейеклеге 2,35 метр, – тине Хәниф Мир­заһит улы.

Кеше ғүмере күҙ асып йомғансы үтә лә китә, ә бына уның башҡарған эштәре, изге ғәмәлдәре иһә халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.

 

Белешмә:

 

Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаев яңы табылған архив сығанаҡтарына (Смаҡ ауылы метрикаһына) ярашлы 1890 йылдың 10 октябрендә Ырымбур губер­наһы Орск өйәҙенең 1-се Түңгәүер улусының Үрге Смаҡ ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы) тыуған.

Башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы, түң­гәүер ҡурайсылар мәк­тәбенең данлы вәкиле, йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн белгән, башҡарған.

1925 йылдың июнь ай­ында Мәскәүҙән Мәға­риф халыҡ комисса­ры А.Луначарскийҙың Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты­на килгән телеграм­маһы буйынса Парижда асыласаҡ Бөтә донъя декоратив сәнғәт күр­гәҙмәһенә ебәреү өсөн ҡурайсы Йомабай Иҫән­баевты Өфөгә саҡырып алалар. Бер нисә көндән инде ул илебеҙҙең төр­лө мөйөштәренән йый­ылған халыҡ таланттары менән бергә баш ҡала­быҙ Мәскәүҙә була.

Парижда буласаҡ концерттар програм­маһы Мәскәү тамаша­сыларына ике тапҡыр күрһәтелә. Милли ре­спубликаларҙан килгән артистарҙың, бигерәк тә Йомабай Иҫәнбаевтың сығышы юғары баһа ала.

Францияның баш ҡа­лаһындағы тәүге концерт 1925 йылдың 20 июлен­дә була. Совет артистары Париж тамашасылары өсөн бөтәһе 11 концерт ҡуя. Публика һәм музыка белгестәре ҡурайҙы бик оҡшаталар, уның менән

ныҡ ҡыҙыҡһыналар. Ҡу­райсыға оҙаҡ алҡышлап, һәр саҡ бер нисә тапҡыр сығарып уйнатҡандар. Бер ваҡыт бер француз, сәхнәгә күтәрелеп, ҡу­райҙың эсендә ниндәй сер барлығын белеү өсөн, яҡтыға үтә ҡарап, уны тикшерә икән. Шул урында Йомабай Урал­дан тамыры менән алып килгән таҡыя башлы ҡурайҙы тамашасылар алдында һигеҙ тотам итеп үлсәй ҙә, үткер бә­кеһе менән тиҙ генә ҡы­рҡып, уйымдарын эшләп, “Байыҡ” көйөн уйнап та ебәрә. Шул саҡ сәхнә­гә бер ханым сыға ла, ҡулындағы алтын бал­дағын Йомабайҙың бар­мағына кейҙереп, уның ҡулын ҡыҫа.

Өфөгә ҡайтҡас, Йома­бай Иҫәнбаевты Башҡорт күсмә драма театры­на ҡурайсы-артист итеп эшкә ҡалдыралар.

1927 йылдың йәйен­дә Германияның Май­ндағы Франкфурт ҡа­лаһында Бөтә донъя музыка күргәҙмәһенә лә Башҡортостандың дан­лы ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев ебәрелә. Биш айға һуҙылған был оло сәфәрендә Европа ҡала­ларында ойошторолған 54 концертта ҡатнашып, Йомабай Иҫәнбаев та­рафынан 55 боронғо башҡорт халыҡ көйҙәре уйнала.

Мәшһүр ҡурайсы Йо­мабай Иҫәнбаев 1929 йылда, тыуған яҡтары­на ҡайтып, бер төркөм ауыл ярлылары менән яңы ауылға ойошоп, кол­хоз төҙөйҙәр. Уны колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. 1930 йылда Й.Иҫәнбаев­ты Түбәнге Смаҡ ауылы­на (шулай уҡ колхоз рәй­есе итеп) күсерәләр.

1940 йылда уны, на­хаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Унан һуңғы хәбәр – 1941 йылда Ульяновск ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китеп барыуы тураһында яҙған хаты була.

Ул Курск-Орёл йүнәле­шендәге алыштарҙа ҡат­наша. 1943 йылда Во­ронеж ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була.

Йомабай Иҫәнбаев – ҡурайҙа профессио­наль башҡарыу сәнғә­тенә нигеҙ һалыусылар береһе. Ул башҡорт му­зыканттары араһында тәүгеләрҙән булып сит ил сәхнәһендә сығыш яһаған.

1991 йылда ҡурай сәнғәтен пропаганда­лауҙағы, данын донъяға билдәле итеүҙәге оло хеҙмәттәре өсөн Йома­бай Иҫәнбаевҡа (вафа­тынан һуң) Башҡорто­стандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем би­релә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: