Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Июль , 12:02

«Башҡортостанда йәштәргә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен», – ти Мария Голубцова

Хәйбуллала «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ике йәш белгескә ярҙам итте

«Башҡортостанда йәштәргә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен», – ти Мария Голубцова
«Башҡортостанда йәштәргә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен», – ти Мария Голубцова

Быйыл Рәсәй президенты Владимир Путин 2025 йылдан илдә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһын башлауҙары тураһында иғлан итте, уның буйынса ауылға эшкә килгән йәш белгестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға түләүҙәр ала аласаҡ. Ә бына Башҡортостанда бындай программа 2021 йылдан алып эшләй. Бының өсөн 75 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бәлкәй эш хаҡы алған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы бик мөһим.  2021—2023 йылдарҙа «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында 120 белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Ярҙам алыусылар араһында хәйбуллалар ҙа бар.

Дәүләт ярҙамы ауыл ерендә эшләгән махсус белемле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар сәнғәт, хореография мәктәптәрендә эшләүсе педагогик белемле кешеләргә иҫәпләнгән. Беҙҙең районда был грантҡа тәүгеләрҙән булып, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Мария Голубцова һәм Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Рифат Күскилдин лайыҡ булды.

 Мария Вячеславовна Татыр-Үҙәк ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ 5 йәштән сәхнәлә сығыш яһай башланған.

–Бала саҡтан тыуған Татыр-Үҙәк ауылымда төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштым. 15 йәшемдә Ырымбур өлкәһенә уҡырға юлландым. Орск ҡалаһының сәнғәт колледжында "вокал сәнғәте" һөнәре буйынса уҡыным. Ҡулыма диплом алғас, шунда уҡ өс йыл вокал буйынса уҡыттым, – ти Мария.

Кеше ҡайҙарҙа йәшәһә лә, ниндәй илдәрҙә йөрөһә лә, тыуған ере уны һәр саҡ үҙенә тарта, тиҙәр. Мария Голубцова ла тыуған төйәгенә ҡайтырға ҡарар итә, әммә шунда уҡ тормошон йәнә мәҙәниәт өлкәһе менән бәйләмәй, башта ике тармаҡта эшләй. 

–2022 йылда миңә хәйриә концертында ҡатнашырға саҡырғайнылар. Изге ғәмәлдә ҡатнашырға ҡуш ҡуллап ризалашып, сәхнәлә йыр башҡарҙым. Сығышымды тыңлағандан һуң, мине район мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙылар. Һәм мин был тәҡдимгә ризалаштым, – тип дауам итте әңгәмәсем.

Ошонан алып уның тормошо яңы сағыу төҫтәр менән уйнай. Йәш йырсы райондың ауылдарында ғына түгел, Өфө һәм Орск ҡалаларында ла төрлө концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа сығыш яһап, бар ерҙә лә тамашасыларҙың һөйөүен яулай.

–«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ризалығымды биреп, шунда уҡ документтарҙы әҙерләп ебәрҙек. Һөҙөмтәлә ошо республика программаһы буйынса грантҡа лайыҡ булдым һәм үҙемдең хыялымды тормошҡа ашырҙым! Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙе шулай дәртләндереүҙәре һәм ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен, – ти Мария Вячеславовна. 

  

 

Гөлиә Иштанова, район мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге мөдире:

–«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы сиктәрендә беҙ ике йәш белгесебеҙгә, ҡурайсы Рифат Күскилдинға һәм йырсы Мария Голубцоваға ярҙам күрһәттек – улар 500 мең һум күләмендә түләүҙәр алды. Былтырҙан алып субсидия күләме ике тапҡырға артты һәм бер миллион һум тәшкил итте. Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2025 йылда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы старт аласағын хәбәр итеүенә бик шатландыҡ. Сөнки был районыбыҙға йәш белгестәрҙе йәлеп итергә һәм кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк, сөнки был өлкәлә хәҙер йәш хеҙмәткәрҙәр етмәй. Беҙ һәр ваҡыт райондың мәҙәниәтен күтәрергә ярҙам итәсәк яңы кадрҙар көтәбеҙ.

«Башҡортостанда йәштәргә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен», – ти Мария Голубцова
«Башҡортостанда йәштәргә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен», – ти Мария Голубцова
«Башҡортостанда йәштәргә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен», – ти Мария Голубцова
Гөлиә Иштанова, район мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге мөдире: –«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы сиктәрендә беҙ ике йәш белгесебеҙгә, ҡурайсы Рифат Күскилдинға һәм йырсы Мария Голубцоваға ярҙам күрһәттек – улар 500 мең һум күләмендә түләүҙәр алды. Былтырҙан алып субсидия күләме ике тапҡырға артты һәм бер миллион һум тәшкил итте. Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2025 йылда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы старт аласағын хәбәр итеүенә бик шатландыҡ. Сөнки был районыбыҙға йәш белгестәрҙе йәлеп итергә һәм кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк, сөнки был өлкәлә хәҙер йәш хеҙмәткәрҙәр етмәй. Беҙ һәр ваҡыт райондың мәҙәниәтен күтәрергә ярҙам итәсәк яңы кадрҙар көтәбеҙ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: