Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Июль , 00:32

Махсус хәрби операция яугиры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

     

Махсус хәрби операция яугиры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Махсус хәрби операция яугиры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Әлфир Замановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Артисҡа награданы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме — артистың ижади ҡаҙаныштарын таныу билдәһе, тип билдәләне парламент спикеры.

«Әлфир Заманов — башҡорт сәхнәһенең сағыу йондоҙо, бик күп ижади конкурстар еңеүсеһе һәм призеры, башҡорт милли мәҙәниәтен популярлаштырыусы, — тине Константин Толкачев. — 2022 йылда яҡташыбыҙ мобилизация буйынса саҡырылды, агитбригада составында яугирҙәрҙең рухын күтәрә. Уның үҙенсәлекле һәләттәре хәрби музыка үҫешенә өлөш индергән өсөн Рәсәй Оборона министрлығының «Генерал-майор Александр Александров» миҙалы менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме — артистың ижади ҡаҙаныштарын таныу билдәһе».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай йырсыһы Әлфир Заманов һәм уның коллегалары 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға юлланды. Яҡташыбыҙ интернет селтәрендә йырлай-йырлай фронтҡа китеп барған мобилизацияланған артистарҙың киң таралған ролигынан һуң билдәлелек яуланы. Видеола яугирҙәр баянға ҡушылып, Ҡадир Даян шиғырҙарына яҙылған «Шайморатов генерал» йырын башҡара. 

 
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: