Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Июль , 22:43

Популяр йәнһүрәт геройҙары башҡортса һөйләшә

  

Популяр йәнһүрәт геройҙары башҡортса һөйләшә
Популяр йәнһүрәт геройҙары башҡортса һөйләшә

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының гранты ярҙамында популяр йәнһүрәт геройҙары — Гриз, Панда, Аҡ айыу башҡорт телендә һөйләшә башланы. Идея авторы – радиожурналист Айбулат Сисәнбаев.

- Йәнһүрәт сериалында өс айыу: Гризли (Гриз), Панда (Пан-Пан) һәм Аҡ айыуҙың тормошо бәйән ителә. Айыуҙар интернет селтәрендә кешеләр араһында популяр булырға тырыша, йәмғиәттә йәшәргә өйрәнә, шәхси көрсөктәр аша үтә. Йәнһүрәт үҙ-ара ярҙамға, дуҫлыҡҡа, изгелеккә өйрәтә, ул бар донъяла популяр. Мин уның башҡортсаһы ла булыуын теләнем, – ти Айбулат.

Интернетта башҡорт телендә популяр һанлы контенттың аҙ булыуы уны ошо проектҡа тотонорға этәргес биргән. Башҡортса тауышландырылған йәнһүрәттәрҙе социаль селтәрҙәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә ҡарарға мөмкин.

фото һәм мәғлүмәт:"Башинформ".

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: