Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Июль , 13:59

Подольскиҙар ауылдаштарын йыйҙы

Йәй миҙгеле бергә осрашыу, күрешеү өсөн уңай мәл. Бөгөн Подольск ауылы төрлө төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы.

Подольскиҙар ауылдаштарын йыйҙы
Подольскиҙар ауылдаштарын йыйҙы

Йәй миҙгеле бергә осрашыу, күрешеү өсөн уңай мәл. Бөгөн Подольск ауылы төрлө төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Яҙмыш еле кешене ҡайҙа ғына ташлаһа ла, йөрөгән юлдары ҡайҙа ғына илтһә лә, уның өсөн тыуған ауылы, ғәзиз төйәге, тәү башлап тәпәй баҫҡан ере иң яҡыны булып ҡала. Кеше күңелендә иң ҙур урын биләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе ул – тыуған ер! Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан – сабый баламы ул, сәстәренә сал төшкән инәй-олатаймы – тыуған ере хаҡындағы иң изге, йылы тойғоларҙы йөрәк түрендә һаҡлай.  

Байрамды Таналыҡ ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Сөләймәнов асып, ауылдаштарҙы, килгән кунактарҙы ҡотланы һәм был күркәм сараның күңелдәрҙә уйылып ҡалырлыҡ булып үтеүен теләне. Ул шулай уҡ ошо байрам сараһын ойошторорға ярҙам күрһәтеүселәргә, айырыуса бағымсыларға йылы һүҙҙәр әйтте. Илгиз Ҡотдос улы  үҙенең сығышында билдәләүенсә, был ҙур сараға әҙерлек алдан уҡ  башланған. Һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерә, урамдарҙы тәртипкә килтерә. Ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы, күпләп мал-тыуар аҫраусылар, эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтар ҙур йоғонто яһай. “Башҡорт баҡыры” предприятиеһының финанс ярҙамы менән мәктәп, балалар баҡсаһы һәм Таналыҡ ауыл биләмәһе хакимиәте биналары ремонтлана, мәктәп автобустары өсөн модулле гараж алына, Гагарин урамына асфальт түшәлә, йәйге (урам) сәхнәһе ҡорола. Шуныһы үкенесле, ауылда хәҙер элекке мәҙәниәт усағы бинаһы авария хәлендә, әммә предприятиеның 38 млн һумлыҡ финанс ярҙамы менән  бында 130 урынлыҡ модулле клуб төҙөлә башлаған. Бынан башҡа, тау предприятиеһы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороу өсөн дә аҡса бүлгән.

Подольскиҙарҙың осрашыу шатлығын уртаҡлашырға муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та килгәйне. Ул ауыл халҡының берҙәм, тырыш булыуын билдәләп, бер төркөм кешеләргә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.

Күрешеү шатлығынан ҡушылған күҙ йәштәре аша оҙаҡ йылдар һағындырған, бергә уҡыған һабаҡташтарҙы күреү, туғандар, ауылдаштар менән осрашыу минуттары бүләк иткән тантана йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Сәхнәгә күтәрелгән һәр кем тыуған ауылдың үҙҙәренең тормошонда ниндәй роль уйнауы хаҡында бәйән итеп, төйәгенә рәхмәт әйтте, ауылдаштарын тағы ла берҙәм, татыу һәм матур йәшәргә саҡырҙы. Сәхнәлә бер-бер артлы йәш быуын менән ололарҙың сағыу бейеүҙәре, дәртле йырҙары яңғыраны.

Ауылдаштарҙы бергә туплаған, туғанлыҡты яңыртҡан байрам күңелдәрҙә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырҙы. Байрамға әҙерләнеүе генә оҙаҡ һымаҡ, үҙе бер тынала уҙа ла китә. Подольскиҙағы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” күҙ асып йомғансы уҙып китһә лә, унан алған юғары кәйеф, рух берлеге ауыл халҡының күңелен бик оҙаҡ йылытасаҡ әле!

Белешмә:

Подольск утары 1908 йылдан билдәле. Башҡорттарҙың түңгәүер ырыуының аҫаба ерҙәрендә Подольск губернаһынан килгән украиндар тарафынан нигеҙләнгән. Район үҙәге Аҡъярҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 1920 йылда ауылда – 291 кеше, 1939 йылда – 321 кеше, 1959 йылда – 469 кеше, 1989 йылда – 1111 кеше, 2002 йылда – 1123 кеше, 2010 йылда – 1083 кеше йәшәгән. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, Таналыҡ ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан.

Подольскиҙар ауылдаштарын йыйҙы
Подольскиҙар ауылдаштарын йыйҙы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: