Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Июль , 10:22

Туған телде интернет киңлектәрендә нисек үҫтерергә?

Башҡорт телен  һаҡлау һәм үҫтереү Фонды  директоры  Гөлназ Рауил ҡыҙы  Йосопова менән  күптәрҙе борсоған тел проблемаһы буйынса  әңгәмә ҡорҙоҡ

Туған телде интернет киңлектәрендә нисек үҫтерергә?
Туған телде интернет киңлектәрендә нисек үҫтерергә?

Бөгөнгө цифрлаштырыу шарттарында туған телде һаҡлау һәм үҫтереү иң көнүҙәк темаларҙың береһе. Рус телендә бихисап йәнһүрәттәр ҡарап үҫкән бала, әлбиттә,  туған телен белмәйәсәк. Бының өсөн  башҡорт телен интернет сиктәрендә үҫтерергә кәрәк, балалар яратып ҡараған  заманса йәнһүрәттәрҙең дә туған телдә булыуы мотлаҡ. Башҡорт телен  һаҡлау һәм үҫтереү Фонды  директоры  Гөлназ Рауил ҡыҙы  Йосопова менән  күптәрҙе борсоған тел проблемаһы буйынса  әңгәмә ҡорҙоҡ.

--Интернет селтәрендә башҡорт телен үҫтереүгә килгәндә,  “Һомай” платформаһы базаһында булдырылған “Әминә 2.0” аҡыллы колонкаһы тураһында әйтке килә. Был колонка өҫтөндә әле эшләргә кәрәк һәм ул ете өлөштән тора.  Унда  башҡорт яҙыусылары ижады йәки ниндәйҙер тарихи ваҡиғалар тураһында  мәғлүмәттәр өҫтәргә мөмкин буласаҡ. “Әминә” аҡыллы колонкаһы өсөн “Башланғыс мәктәп” модулле проекты ла балаларға телде өйрәнеүҙә ҙур аҙым.  Интерактив колонка  башҡорт һәм рус телдәрендә  телмәрҙе ҡабатларға һәләтле һәм ике телде лә аңлай. Был  проектты тормошҡа ашырыу барышында ул  республикала 200 дөйөм белем биреү учрежделаниеларында 1-4-се кластарҙа уңышлы һынау үтте.  Барлығы 205 аҡыллы колонка булдырылды.

Тағы ла бер проект YouTube проекты  рөхсәт ителгән YouTube-каналдарҙан  персонаждарҙың телмәрен башҡортсаға тәржемә итергә йәки  автоматик рәүештә башҡорт телендә телмәрҙе һөйләү  мөмкинлеген бирә. Ярым автоматик рәүештә,  программа  билдәле бер һайланған контентты башҡортсаға тәржемә итәсәк.

“Башҡортса интернет-серфинг” проекты  интернетта башҡорт  контенты өҫтөндә эшләү өсөн бер нисә йүнәлештән тора.  Мәҫәлән, 500 ҡатнашыусыға башҡорт китаптары марафоны проекттың төп сараһы булараҡ планлаштырылған. “Мин беләм”  акцияһы  башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын популярлаштырыуға йүнәтелгән видеопроект. Ә “Тел биҫтәһе”  башҡорт телендә балалар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорған видеяҙмалар. Улар телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә үҫтерелә.

А3 форматындағы  “Бында башҡортса һөйләшәләр” табличкалары   йәмәғәт урындарында ҡуйыла. Массмедиала файҙаланыу өсөн башҡорт хәрефтәртәренән торған шрифттар ҙа телде үҫтереүҙә бик файҙалы буласаҡ.

"Bashkortsoft" иһә  башҡортсанан рус теленә һәм рус теленән башҡортсаға тулы һөйләмдәрҙе тәржемә итеүҙә беренсе  веб-сайт.  Күптән уның менән ҡуллана ла инде. Гугл һәм Яндекс системалары аша  сифатлы ғына тәржемә алырға мөмкин. Сайт Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм  популярлаштырыуҙа актуаль һәм әһәмиәтле бурыстарҙы  хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәк һәм  дөйөм алғанда интернет киңлектәрҙә башҡорт телен киңәйтеүгә юл аса.

2019 йылдан алып бөгөнгә тиклем башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды тарафынан бик күп кенә мобиль ҡушымталар эшләп килә. Һуңғы проекттарҙың береһе булып,  федераль ҡушымтала "Туған тел" ҡушымтаһы барлыҡҡа килде. Унда быға тиклем 10 меңгә яҡын тел бар ине. Хәҙер инде башҡорт теле лә бар. Көнөнә биш минут бүлеп, был ҡушымта ярҙамында телде тиҙ һәм еңел өйрәнергә мөмкин. Әлеге ваҡытта 20 дәрес бирә алабыҙ һәм уның һанын тағы ла арттырасаҡбыҙ. Аудио- һәм видеодәрестәр, интерактив квестар һәм эштәр, тарих һәм йолалар - туған телде һәм үҙ халҡың, мәҙәниәтең тураһында ҡыҙыҡлы факттар өйрәнеүҙе еңел һәм уңайлы итә.   Милли кейемдәге геройҙар ярҙамында интерактив форматында өйрәнеү был процесты уйынға әйләндерә.

 Фольклорҙы өйрәнеү өсөн геймификацияланған чат-бот тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы гранты ярҙамында чат-бот әҙерләнә. Ул балаларға уйын формаһында башҡорт фольклорының төп сюжеттары менән танышырға ярҙам итәсәк. Авторы - Хәйруллина Алина. Чат бот - «Бәйләнештә»ге мессенджерҙар базаһында эшләйәсәк программа. Йәш ҡулланыусылар башҡорт халҡының мәҙәниәтенән ҡыҙыҡлы факттар менән таныша, тиҙ генә сайтҡа күсә ала. Унда әкиәт йәки легендаларҙы уҡырға мөмкин. Һуңынан уйын формаһында үҙ белемеңде тикшерергә, тест һорауҙарына яуап бирергә һәм балл йыйырға мөмкин. Айырыуса шуныһы ҡиммәтле: бындай чат-бот һәр ваҡыт ҡул аҫтында. Ул сиратта ултырғанда йәки оҙайлы сәфәрҙә булғанда күңелһеҙ ысынбарлыҡтан фольклор донъяһына күсергә ярҙам итә.
Чат-ботты уҡыусы балаларға уларға таныш мөхит аша фольклор менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн интерактив элемент итеп файҙаланырға ла мөмкин. Программаның һуңғы версияһында ҡулланыусы телен - рус йәки башҡорт телен ҡуйыу мөмкинлеге күҙаллана.

Һәм, шуны әйткем килә, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Башҡортостан Башлығы грантына байтаҡ проекттар булдырҙы. Байтаҡ эштәр башҡарылды. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшһен өсөн ана шул проекттарға уларҙы йәлеп итергә онотмаһағыҙ ине!,--тине Гөлназ Рауил ҡыҙы.

**

Әйткәндәй:

 Республикала  башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә  ҙур иғтибар бирелә. Радий Хәбиров был турала: “Башҡорт теле һаҡлау өсөн беҙ яуаплылыҡ тотабыҙ”, тигәйне.  Республика етәксеһе указы менән  туған телде һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Башҡортостанда 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Йыл һайын үткәрелгән башҡорт теле буйынса диктант яҙыу акцияһы ҙур популярлыҡ яуланы. Бөгөнгө көндә башҡорт телен үҫтереү йүнәлешендә  Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты булдырылды.  Һөҙөмтәлә  һанлы проекттар, мобилле ҡушымталар,  башҡорт телен уҡытыу буйынса яңы  алымдар индерелә,  балалар өсөн тел мөхитен булдырыу проекттары тормошҡа ашырыла.

Автор: Мәрйәм Иманғолова.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: