Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Июнь , 18:52

Йәмле Узала буйҙары гөрләп торҙо!

1982 йылда юҡҡа сыҡҡан Аҡъегет ауылы урынында Шәжәрә байрамы үтте. Аҡъегет-Уҙала Һарыһы (Урман Һарыһы) ауылы Ғәлиәхмәттән 10-12 саҡрым алыҫлыҡта, Рәнйән шишмәһе Кесе Узала йылғаһына ҡойған урында, Аҡбейек, Олотау, Ташлытау тауҙары менән уратылып, хозур ерҙәрҙең береһендә урынлашҡан булған.

Йәмле Узала буйҙары гөрләп торҙо!
Йәмле Узала буйҙары гөрләп торҙо!

Шәжәрә байрамы концерт номерҙарына, ҡотлауҙарға бай булды. 

Теләгән һәр кем күргәҙмәлә эленгән ауылдың тарихы, Абдуллиндар, Байғабуловтар, Билаловтар, Игебаевтар, Ултыраҡовтарҙың әллә күпме быуынды үҙ эсенә алған шәжәрәләре,  билдәле шәхестәре менән таныша алды. Усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, былау, бишмармаҡ бешереп, самауыр сәйе ҡайнатып, ҙур табын ҡорҙо Аҡъегет нәҫел-быуындары. Бер-береһе менән күрешеп, аралашып, күңелдәре булғансы уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп ял иттеләр. Аҡъегет ауылынан сыҡҡандарҙан араһынан иң оло кешеһе тип 98 йәшлек Файза Бикбова танылды. Файза Фәйзрахман ҡыҙы – тыл ветераны ла, 10 баланы тәрбиәләп үҫтергән Герой-Әсәлә.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар зирәклектә, сослоҡта, етеҙлектә ярышып, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, бер-береһе менән танышып, дуҫлашып та өлгөрҙө. Батырҙар милли көрәш буйынса спорт мастеры Венер Исҡужин иҫтәлегенә арналған көрәш ярышында көс һынашты, ҡолғаға үрмәләне, тоҡ менән һуғышты, яндан уҡ атып мәргәнлеген күрһәтте.

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә, тиҙәр бит. Ысынлап та, күмәкләшеп үткәндәргә, атай-бабалары йәшәгән замандарға ҡайтҡандай булды ауылдаштар.  Нәҫел ағастарын нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был иһә - иң мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ!

 

Белешмә

Аҡъегет-Уҙала Һарыһы (Урман Һарыһы) ауылы Ғәлиәхмәттән 10-12 саҡрым алыҫлыҡта, Рәнйән шишмәһе Кесе Узала йылғаһына ҡойған урында, Аҡбейек, Олотау, Ташлытау тауҙары менән уратылып, тәбиғәттең иң гүзәл урындарының береһендә урынлашҡан булған.

 Яҙма сығанаҡтарҙан 1760 йылдан алып билдәле. Башта Узала Һарыһы тип, 1850 йылдан алып Аҡъегет тип теркәлгән, райондың иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Унда үҫәргән башҡорттарының ҙур ғына Һарылар тип аталған араға ингән халыҡ йәшәгән, йәғни Һарылар араһы. Уҙала һарыһы Йәнтеш-һарылар ауылы, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Гай районының Ишкенә-Ялан һарыһы айырылып сыҡҡандар. Ырымбур өлкәһенең Һары (Сара) станцияһы ла ошо Һары исеменән алынған, сөнки Һарылар ауылдарынан сыҡҡан кешеләр нигеҙ һалған был ауылға, аҙаҡтан уның аша тимер юл һалынғас, Сара станцияһы булып киткән.

1859 йылда Аҡъегет ауылында 21 йорт хужалыҡта 130-ҙан ашыу кеше көн иткән. Был ауыл кешеләре, халыҡ ултыраҡ тормошҡа күскәнсе үк, ошо тирәлә йәшәгәндәр. Ауыл үҙенең йәшәү дәүерендә артыҡ ҙурайып китә алмаған, ата йорто ишәйә башлаһа, үҙенең күп һанлы йәйләүҙәренә уландарын башҡа сығара торған. Ауылда өйҙәр һаны 60-тан, кешеләре 300-ҙән артып китмәгән. 1859 йылда күпселекте тәшкил итеүсе төп фамилиялар: Буранҡаев, Исҡужин, Игебаев, Айытбаев, Абдуллин, Байғабулов, Билалов, Хәсәнов һ.б. Ауыл, перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, 1982 йылда юҡҡа сыға. Иң һуңғы кешеләр булып Абдуллин Фәтхулла, Игебаев Әхмәтғәле, Игебаев Әмир Урыҫбай Ғәлиәхмәт ауылдарына күсеп сығалар һәм башҡа яҡтарға таралалар. Шулай итеп иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе Уҙала һарыһының нигеҙе ҡорой.
Әммә тамырҙары менән ошо ергә бәйле булған хәйбуллалар онотмай тыуған ерен. Һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙары тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау маҡсатында Аҡъегет ауылы урынында 2020 йылда яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылды. Сығыштары менән Аҡъегет ауылынан булған Байғабуловтар - ауыл янындағы Олотауға башҡорт халҡының милли символдарының береһе - ҡурай тажын һынландырған тимер ҡоролма ултыртты. "Шәжәрә байрамы" на әҙерлек сиктәрендә быйыл ир-егеттәр һәйкәл тирәһен таҙалап, бураҙналар һөрөп 200 төп ағас ултыртты.  

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: