Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Июнь , 23:14

Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында

Азат Бадранов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Пермь крайының Барҙа ауылында XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнашты. Ул илдең 50 төбәгенән 70 меңгә яҡын кешене йыйҙы.

Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында
Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында

Азат Бадранов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Пермь крайының Барҙа ауылында XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнашты. Ул илдең 50 төбәгенән 70 меңгә яҡын кешене йыйҙы. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡунаҡтарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров һәм төбәгебеҙҙең күп милләтле халҡы исеменән ҡотланы.

Башҡортостан менән Пермь крайын административ сиктәр генә түгел, татыу күршелек тарихы ла бәйләй, тип билдәләне ул. "Пермь крайы - меңәрләгән башҡорт өсөн тыуған йорт. Бында 160-тан ашыу милләт үҙ-ара татыу  йәшәй. Бының өсөн Пермь крайы губернаторы Дмитрий Николаевич Махонинға ҙур рәхмәт», – тине Азат Шамил улы.

Тантана башланыр алдынан Башҡортостан делегацияһы легендар ғәйнә башҡорто вәкиле Туҡтамыш Ишбулатов бюсына һәм татар шағиры Ғабдулла Туҡай һәйкәленә сәскәләр һалды.

Һабантуйға Рәсәй сенаторы Алексей Пушков, Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов, Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин килде. Улар милли майҙансыҡтарҙы – Пермь кварталын, Башҡорт һәм Татар ихаталарын ҡараны.

Беҙҙең майҙансыҡ ҡурай сәскәһен кәүҙәләндергән ете тирмәнән ҡоролған. Бында ғәйнә башҡорттарының көнкүреше, йолалары, милли аш-һыуы, шулай уҡ умартасылыҡ продукцияһы, бал һәм ҡымыҙ, сувенирҙар күргәҙмәһе тәҡдим ителде.   «Танып» шифаханаһы коллективы ла үҙ презентацияһын әҙерләгән ине.

Делегацияны ғәйнәләр Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү, Дүртөйлө районының «Ынйы» халыҡ фольклор, Тәтешле районының «Умырзая» халыҡ башҡорт фольклор һәм «Йәдкәр» халыҡ инструменттары ансамблдәре менән берлектә бейеүҙәр һәм йырҙар менән ҡаршы алды.

Шулай уҡ беҙҙең республика ҡунаҡтары Ғаилә йылы уңайынан үткәрелгән сарала ла ҡатнашты: бергә йәшәүҙәренең 50 һәм 55 йыллығын билдәләгән парҙарға «ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн» иҫтәлекле билдәләр тапшырылды.

Әйткәндәй, Һабантуйҙа боронғо йола буйынса өс пар – рус, татар һәм башҡорт парҙары туй үткәрҙе.

Программаға ат сабыштары, билбау көрәше буйынса ярыштар ҙа индерелгәйне. Көрәш буйынса төрлө ауырлыҡ категорияларында Артур Зөлҡәрнәев, Айгиз Зәйнетдинов Һәм Юнир Закиров чемпион булды. Бынан тыш, Артур Зөлҡәрнәев көрәштә күтәреп һелтәү буйынса донъя рекорды ҡуйҙы – минутына 25! Шул уҡ көндө тағы бер  Рәсәй рекорды ҡуйылды:   барҙа ашнаҡсылары 857 килограмлыҡ өс мең порция милли ризыҡ - азу әҙерләгәйне.

Киләһе йыл Һабантуй Киров өлкәһенең Вятские Поляны ҡалаһында үткәреләсәк.

Фотолар: Рустам Сангов, Илдар Шәрипов.

Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында
Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында
Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында
Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында
Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында
Беҙҙекеләр - Барҙа һабантуйында
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: