Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Июнь , 22:41

“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе Рәзилә Байғусҡарованы ҡотлайбыҙ

Бөгөн Башҡорт матбуғаты һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә Өфөлә журналистика тармағында йыл һайын уҙғарылған төп ваҡиғаларҙың береһе - Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының «Медиайын» медиафорумы үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һәм йәмәғәт активистарын йәмәғәт ойошмаһының Почет грамоталары менән бүләкләне.

Юғары профессиональ оҫталығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларын әүҙем яҡтыртҡаны, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә шәхси өлөшө һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе Рәзилә Шакирйән ҡыҙы Байғусҡарова әлеге наградаға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ ихлас күңелдән һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: