Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Июнь , 17:34

Һабантуй биҙәге - тирмәләр ҡаласығы

Һабантуй байрамы уҙғарылған Таналыҡ буйҙары боронғо йәйләүҙе хәтерләтә: бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләр, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсеп-шөғөлдәрен, тарихын сағылдырған бай күргәҙмәләрҙә ниндәй генә экспонаттар урын алмаған!

Йола буйынса, һабантуйҙа быйыл да тирмәләр конкурсы уҙҙы. Конкурс жюриһы өсөн баһалауҙың төп критерийҙары булып йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, тирмә һәм ихатаны биҙәү, милли ризыҡтарҙың төрлөлөгө тора.
Һөҙөмтәлә конкурстың гран-приһы Әбеш ауыл биләмәһе ихатаһына бирелә. Беренсе урын Өфө ауыл биләмәһе тирмәһенә бирелде. Икенсе урынды Федоровка һәм Һамар ауыл биләмәләре ихаталары алды. Өсөнсө урын Сиҙәм, Аҡъюл, Яңы Ергән һәм Маҡан ауыл биләмәләренә бирелде.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: