Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Июнь , 08:56

Быйылғы фестиваль Ирек Атановтың яҡты иҫтәлегенә арнала

  

Быйылғы фестиваль Ирек Атановтың яҡты иҫтәлегенә арнала
Быйылғы фестиваль Ирек Атановтың яҡты иҫтәлегенә арнала

12-14 июлдә Ейәнсура районында «Ҡош Юлы» XIII республика автор йыры фестивале үтә.

Һайлап алыу туры фестивалдең беренсе көнөндә дөйөм усаҡ янында үтәсәк. Фестиваль сиктәрендә шиғриәт байрамын үткәреү ҡаралған, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Фестиваль программаһының тағы бер пункты - «Ҡош Юлы. Балалар». Ул 12 июлдә «Ал елкән» лагерында уҙа, ә еңеүсе фестивалдең финал концертында сығыш яһай.

XIII «Ҡош Юлы» фестивале билдәле музыкант, композитор, «Рух» башҡорт рок-төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ирек Атанов иҫтәлегенә арнала. Ул 2023 йылда арабыҙҙан киткәйне.  

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: