Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Июнь , 10:11

Әлибай ауылында бәләкәстәр милли байрамдарҙы белеп үҫә

“Йәшерем яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, сыбыҡ менән уҙыш, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу һәм башҡа уйындарҙан майҙан гөрләп торҙо

Әлибай ауылында бәләкәстәр милли байрамдарҙы белеп үҫә
Әлибай ауылында бәләкәстәр милли байрамдарҙы белеп үҫә

Әлибай ауылында балалар өсөн матур байрам үтте. Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сара быйыл тағы ла эстәлеклерәк һәм күләмлерәк итеп ойошторолдо. Башҡорт халыҡ байрамы булғас милли уйындарһыҙ буламы һуң?! Уйындарҙың ниндәй генә төрө уйнатылманы, “Йәшерем яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, сыбыҡ менән уҙыш, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу кеүек уйындар ҙа булды. Балалар һәр ҡайһыһы үҙенә оҡшаған уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асты. Ялан кескәйҙәр тауышынан гөрләп торҙо.

Ағинәйҙәр бәләкәстәргә башҡорт халҡының йәшәйеше, уның тормош-көнкүреше тураһында һөйләне. Моңло йырҙарын да йырлап күрһәттеләр.

Ниндәй байрам инде ул бүләкһеҙ?! Һабантуйҙа ҡатнашҡан бер кем дә тәмле призһыҙ ҡалмағандыр, моғайын.
Бер нимәгә ҡарамай, ваҡыттарын йәлләмәй, ошондай иҫ киткес күңелле, бай йөкмәткеле байрам ойошторған ойоштороусы, балаларға ҡыуаныс һәм шатлыҡ бүләк итер өсөн бағыусы булараҡ сығыш яһаған Р.Я. Фәйзуллина, М.Н Ткачук, И.М Сирбаева, Н.Х. Аблаеваға ҙур рәхмәт.

Иң аҙаҡтан ололар ҙа, балалар ҙа самауыр сәйе эсеп, аралашып, матур ял итеп таралышты. Был матур байрам балаларҙың халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ата-бабаларҙың йолаларын ихтирам итергә өйрәтеү маҡсатында үткәрелде.

Балалар һабантуйы йыл һайын уҙып торһон, илдәр тыныс, күк йөҙө аяҙ, балалар бәхетле булып үҫһен.

Автор: Илһөйәр Сирбаева, тәрбиәсе.

 

 

Автор:
Читайте нас: